Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Март 2023, 09:35

ШАУ СӘСКӘЛЕ ДОНЪЯ

—Абрикос, муйыл, алмағас, груша, ҡарағат, слива, сейә һәм башҡаһын үҫтерәбеҙ. Улар менән донъябыҙ йәмле лә, тәмле лә.

ШАУ СӘСКӘЛЕ ДОНЪЯ
ШАУ СӘСКӘЛЕ ДОНЪЯ

Ауылдарға сәфәргә сыҡҡан һайын лайыҡлы тормош юлы үткән,  ғаиләһе йә иһә хеҙмәте менән өлгөлө булған, башҡаларға ниндәйҙер һабаҡ бирерҙәй замандаштар менән осрашырға тырышабыҙ. Юлдыбай ауылында ундайҙар бихисап. Тик бына Муса һәм Рәйлә Байназаровтарға ҡыш көнө барғанға үкенеберәк ҡуйҙыҡ. Ишек алдын тултырып һәр төрлө ҡыуаҡ, ағас үҫтергәндәрен алданыраҡ белһәк, бар тирә-яҡ сәскәгә күмелгән май айында барыр инек бит инде.

—Көндәр йылыныу менән беҙҙең ишек алды гөл-сәскәгә күмелә. Ағас-ҡыуаҡтарҙы тәрбиәләү минең иңдә булһа, ҡалғаны еңгәгеҙҙең эше,—ти Муса Әхмәт улы.—Абрикос, муйыл, алмағас, груша, ҡарағат, слива, сейә һәм башҡаһын үҫтерәбеҙ. Улар менән донъябыҙ йәмле лә, тәмле лә.

Муса Байназаров һөнәре буйынса агроном. Юҡҡа ғына баҡса эшенә тартылмай икән! Өфөлә ауыл хужалығы институтын тамамлағас, йүнәлтмә менән Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылына эшкә ебәрелә. 4 йыл тәжрибә туплағандан һуң, тыуған ауылына ҡайта ла Юлдыбай совхозында хеҙмәт юлын дауам итә. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡытыу-өйрәтеү хужалығында идарасы була, бер юлы дәрестәр ҙә, студенттарға практик һабаҡтар ҙа бирә. Әле был уҡыу йорто Урал аръяғы агроинженерия колледжы тип атала, уның үҙ баҫыуы ла бар. Агроном булараҡ, Муса Әхмәт улына бында тәжрибәләр үткәрергә, белгәнен йәштәргә өйрәтергә мөмкинлек ҙур. Эштән һуң да ергә булған һөйөүен һүрелтә алмай: иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҡсала булыша ул.

—Баҡса эшенә бәйле һәр төрлө журналдар яҙҙырып алам, уларҙы уҡыйым, белгәнемде камиллаштырам, белмәгәнемде өйрәнәм. Яңы үҫентеләр, орлоҡтар яҙҙырып алам, емеш ағастарының сорттарын үҫтереп ҡарайым. Юлдыбайҙың Юлдыбайында климат айырыла бит ул. Бына беҙ үрҙәрәк ултырабыҙ, беҙҙә үҫкәне түбәндә ултырған ауылдаштың баҡсаһында үҫмәһә үҫмәй ҙә ҡуя. Нимәне генә алһаң да—ағасмы, ҡыуаҡмы, емеш-еләкме, йәшелсәме—ул тәрбиәне ярата, үҙенә шарттар һайлай бит ул. Ҡарап һоҡланыуы ғына рәхәт! Баҡса үҫтереү өсөн дәрт тә, һәләт тә, көс тә, белем дә, тырышлыҡ та кәрәк. Ҡарағай, ҡайын, аҡ шыршы, виноград һәм башҡаларын үҫтерәбеҙ. Ҡомалаҡ та бар, ҡарбуз да, ирәүән дә, андыҙ ҙа... Һәр береһен ошо ишек алдында үҫтерергә тырышабыҙ. Көҙгә табан Рәйләгә эш күбәйә: ҡайнатмалар, турамалар әҙерләй, шифалы үләндәрҙе йыя, киптерә, йә бәлештәр бешерә. Шөкөр, емеш-еләк, йәшелсә ишелеп уңа, балаларға, туғандарға ла етә,—ти Муса ағай.

Ғаиләлә бер-береңә ҡарап түгел, ә бер йүнәлешкә ҡарап барыу мөһим, тиҙәр. Ысынлап та, Рәйлә һәм Муса Байназаровтар бер уйлы, бер фекерле, бер ҡарашлы. Икеһе лә хеҙмәт һөйә, үҙеңдең хәләл көсөң менән тапҡан мал бәрәкәтле икәнен аңлай, икеһе лә егәрле. Яҙ яҡынлашыу менән үҫенте әҙерләй башлайҙар, яҙҙан көҙгәсә баҡсала эш менән булалар. Был шөғөлдәре ниндәйҙер ҡомарға ла әйләнгән: баҡсаларына ят берәй емеш, ҡыуаҡ йә ағас ултыртып ҡарамаһалар күңелдәре лә булмай икән!

Әйткәндәй, Байназаровтар бәләкәйҙән бергә. Икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән, күрше генә булып йәшәгәндәр, бер класта уҡығандар. Бына инде ҡырҡ йылға яҡын иңгә-иң терәп, өс балаларын үҫтереп, аяҡҡа баҫтырып матур донъя көтәләр. Тегергә, бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә яратҡан ҡатынын Муса ағай яратып, ихтирам итеп кенә торһа, ғаилә башлығын Рәйлә апай көслө терәгебеҙ тип хөрмәт итә. Ишек алды, тәҙрә төбө генә түгел, күңелдәре лә шау сәскәле шул Байназаровтарҙың!

Автор:Резеда Валиева