Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Март 2023, 01:15

ТАЛАНТЫ МЕНӘН ҮЛЕМҺЕҘ

Нияз Байегетов улдарын ғына түгел, агрономдарҙы ла бейеүсе иткән... 

ТАЛАНТЫ МЕНӘН ҮЛЕМҺЕҘ
ТАЛАНТЫ МЕНӘН ҮЛЕМҺЕҘ

 

Урал аръяғы йәштәрен Нияз Байегетов бейергә өйрәткән, тиһәк яҙыҡ та булмаҫ. Ысынлап та, Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда, унан Урғаҙа ауылында (“Йәйғор” ансамбле), унан Сибай педагогия колледжында (“Аҡйондоҙ” ансамбле) эшләгән дәүерендә Нияз Муллахмәт улы Байегетов ансамблдәр булдырып, йәштәрҙе бейергә өйрәтә. Ошо һөнәренә, сәнғәткә тоғролоғо уға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәр яуларға мөмкинлек бирә. Ауылдаштары, класташтары әйтмешләй, бәләкәй генә коллективтарҙа эшләп тә ил кимәлендәге юғары баһаға лайыҡ булыуы күпте һөйләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нияз Муллахмәт улының ғүмере ҡыҫҡа булды. Ул 2021 йылда был донъянан ваҡытһыҙ китеп барҙы. Әммә ул әле лә туғандарының, яҡындарының, дуҫтарының, коллегаларының күңелендә йәшәй. 2 март Сибай филармонияһында уның хәтер һәм ҡәҙер кисәһе быға дәлил булды. Сәхнәгә уның уҡыусылары, студенттары, балалары бейергә сыҡты, ансамблдәр ул һалған бейеүҙәрҙе башҡарҙы, дуҫтары, туғандары, класташтары уны тик яҡшы яҡтан иҫкә алды.

Сығыштарҙан күренеүенсә, Нияз Байегетов бала саҡтан бик шуҡ, шаян, сос, баҫҡан ерҙә ут сәсрәтеп торған егет булған. “Көй ишетелеү менән уның аяғы тыпырлап торҙо”,--ти дуҫтары.

--Йылайыр техникумына агроном һөнәрен алырға килгәйнем, унда Нияз Муллахмәт улын осратып, бейеүсе булып сығып киттем,--ти уҡыусыларының береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеүсе Рәил Лоҡманов.

Тимәк, Нияз Муллахмәт улы етәкләгән түңәрәккә эләгеүсе егет-ҡыҙҙарға мотлаҡ “сәхнә ене” ҡағылған. Быны сығыш яһаусы уҡыусылары, студенттары иҫбатланы.

--Ниндәй генә һөнәр эйәләре булһаҡ та әле лә сәхнәнән төшә алмайбыҙ. Нияз ағай беҙҙә бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләне, рухландырҙы,--ти улар.

Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә ҡатнашты. Данлыҡлы ансамблде Нияз Байегетовтың улы Нәзир етәкләй.

--Атайҙың юбилейын ҙур сәхнәлә үткәреү теләге бар ине. Тик уйламағанда атайыбыҙ китеп барҙы... Юбилей урынына хәтер кисәһе үткәреп торабыҙ. Уны хөрмәт итеп килеүселәргә, яҡты һүҙҙәр менән иҫкә алыусыларға ҙур рәхмәт,--тине Нәзир Нияз улы.

Йәнә сәхнәлә Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Баймаҡ мәҙәниәт йортоноң “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Сибай педагогия колледжының “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле ,“Саптар” өлөгөлө хореография студияһы, Сибай ҡалаһының “Ынйыҡай” балалар бейеү ансамбле бейеүселәре сығыш яһаны. Сара бик йылы хәтирәләргә, матур бейеүҙәргә ҡоролоуы менән тамашасы күңелен арбаны.

Эйе, беребеҙ ҙә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ. Әммә кеше изге эше, намыҫлы хеҙмәте менән оҙаҡ йәшәй. Әгәр һинең һәләтең һинең балаларыңда, һинең уҡыусыларыңда йәшәй икән—һин үлемһеҙ! Әйткәндәй, Нияз Муллахмәт улының өс улы ла атаһы юлын һайлаған. Өлкән улы Сорғот ҡалаһында “Шатлыҡ” бейеү ансамблен етәкләй, уртансы улы Нәзир, алдан әйтеүебеҙсә, Ф.Ғәскәров исемендәге данлыҡлы ансамблдең етәксеһе, ә кеселәре алыҫ Ҡытай тарафтарында бейеү менән шөғөлләнә. Ошо түгелме ни мәңгелек?! Нияз Муллахмәт улының таланты улдарына күскән, уларҙан башҡаларға күсәсәк. Ғорурланырлыҡ!

Автор:Резеда Валиева