АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Ғинуар 2023, 16:25

ФАЙҘАЛЫ БУЛҒЫМ КИЛӘ

«Умник» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡтым. Унда мин кәзә һөтөнән йомшаҡ сыр әҙерләү технологияһын тәҡдим иттем һәм еңеү яуланым. Грант суммаһы—500 мең һум.

ФАЙҘАЛЫ БУЛҒЫМ КИЛӘ
ФАЙҘАЛЫ БУЛҒЫМ КИЛӘ

Фирүзә Мөхәмәтйәнова—Баймаҡ районы Ҡыуат ауылы ҡыҙы. Ул әлеге көндә Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологияһы факультетында белем ала. Фирүзә уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Атаһы Ишғәле ағай химия, биология уҡытыусыһы булһа, әсәһе әле лә Әбделкәрим мәктәбендә математика, информатиканан белем бирә. Ҡыҙ бәләкәйҙән уларға ҡарап уҡытыусы булырға хыяллана, шул уҡ ваҡытта ашнаҡсы булырға ла теләй, сөнки бешеренергә ярата. Был теләге көслөрәк булып сыға, күрәһең. 11-се класты бөткәс тә документтарын аҙыҡ-түлек технологияһы факультетына тапшыра һәм студент булып китә.

—Дөрөҫ юл һайлағанмын. Сөнки белем алған йүнәлешем миңә бик ныҡ оҡшай. Әле 4-се курста уҡыйым. Университетты тамамлағас та, магистратурала белемемде камиллаштырырға теләйем. «Умник» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡтым. Унда мин кәзә һөтөнән йомшаҡ сыр әҙерләү технологияһын тәҡдим иттем һәм еңеү яуланым. Грант суммаһы—500 мең һум. Бер йыл эсендә мин план төҙөп, проект өҫтөндә эшләргә һәм килгән аҡсаны маҡсатлы ҡулланырға бурыслы. Фәнни етәксем, доцент С.Г.Канарейкина менән уны башҡарып сығырыма ышанам,—ти Фирүзә.

Ҡыҙ һуңғы йылдарҙа ныҡлап фән менән шөғөлләнә. Шулай ҙа элекке хоббиларын ташламай. Баскетбол уйнау, йөҙөү—уның яратҡан спорт төрҙәре. Йәрәхәт алғандан һуң, әле уны ситкә ҡуйып торған. Ә бына аш-һыу әҙерләү уға ләззәт бирә. Бигерәк тә десерттар һәм торт бешерергә ярата. Бынан тыш, буш ваҡытында китап уҡый, тасуири итеп шиғырҙар ятлай, видеокурстар үткән.

—Республикабыҙ, илем өсөн файҙалы кеше булғым килә. Алла бирһә, үҙ һөнәрем буйынса эшләрмен тип ышанам. Үҙ эшемде асырға теләгем көслө. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итергә уйым бар, шуға ла реабилитация үҙәге асыу—оло хыялым,—ти йәш яҡташыбыҙ.

Фирүзә кеүек маҡсатлы, тырыш, аҡыллы ҡыҙҙарҙың хыялы мотлаҡ тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ. Афарин!

Автор:Резеда Валиева