АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Ғинуар 2023, 20:55

БЫЙМА ТАБАНЛАУ ҘА ҺӨНӘР...

Егәрленең ҡулы етәү, тигәндәй, ҡулы эш белгән кеше һис кенә лә тик ултыра белмәй инде ул. Киреһенсә, үҙенә оҡшаған шөғөлдән кинәнес табып, көнөн файҙалы үткәрергә, ваҡытын сарыф итмәҫкә тырыша ундайҙар.

БЫЙМА ТАБАНЛАУ ҘА ҺӨНӘР...
БЫЙМА ТАБАНЛАУ ҘА ҺӨНӘР...

Йылайыр районы Юлдыбай ауылында йәшәүсе Йосоп Исҡаҡ улы Иҫәндәүләтов ауыл фермерында комбайнер булып эшләй. Яҙын сәсеүҙә, көҙөн урыуҙа ҡатнаша. Үҙ хужалығында ҡатыны менән мал да тоталар, ҡош-ҡорт та көтәләр. Эшләйем тиһәң, ауылда эш күп. Шулай ҙа һәр кемдең үҙенә генә хас айырым шөғөлө була. Мәҫәлән, Йосоп ағай быйма табанлай. Оҫтаның үҙ эшен еренә еткереп эшләүен белгән һәр кем уға мөрәжәғәт итә.

Ҡулыңдан һөйөн, тиергә генә ҡала!

Автор:Резеда Валиева