АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
15 Ғинуар 2023, 15:45

ҺӨНӘРЛЕНЕҢ ҠУЛЫ ЕТӘҮ

Оҫта мейес сығарыусы, балта оҫтаhы, электрик, машина, трактор йөрөтөүсе... Әлфрит Моратовты юлдыбайҙар оҫта ҡуллы тип белә.

ҺӨНӘРЛЕНЕҢ ҠУЛЫ ЕТӘҮ
ҺӨНӘРЛЕНЕҢ ҠУЛЫ ЕТӘҮ

"Егет кешегә етмеш төрлө hөнәр ҙә аҙ", -ти халыҡ мәҡәле.
Был hүҙҙәр Юлдыбай ауылында йәшәүсе Әлфрит Моратовтың төп асылын, холоҡ - фиғелен билдәләй. Эшкә әрһеҙ, оҫта ҡуллы, баҫалҡы, сабыр ир уҙаманы.
Оҫта мейес сығарыусы, балта оҫтаhы, электрик, машина, трактор йөрөтөүсе... Һанап китhәң, күп инде ул.
Әлфрит Зөлҡәрнәй улы һәр эшкә яуаплы ҡарай, эшен еренә еткереп башҡара. Тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған өйөн дә Әлфрит Зөлҡәрнәй улы үҙ ҡулдары менән hалып инде. Кәртә - ҡуралары, теплицаhы, өйҙәге йылытыу системаhы, электр үткәреү кеүек эштәрҙең бөтәhен дә ул үҙе башҡарған. Тирә-яҡта ул оҫта мейессе булып та дан алған. Күңел йылыhын биреп сығарған мейестәре өйҙө генә йылытып ҡалмай, күңелдәрҙе лә йылыта.
Әлфрит Моратов башҡорт халҡының кәсепселеген тергеҙеү буйынса ла ҙур эш башҡара. Уның төп шөғөлдәренең береһе - турпыша , балаҫтар һуғыу өсөн ағастан, тимерҙән станоктар эшләү. Балаҫ hуғыу оҫтаһы булып дан алған Йылайыр ағинәйҙәр етәксеhе , тормош иптәше Миләүшә Моратованың "уң ҡулы", ярҙамсыhы ла ул.
Уның яратҡан шөғөлдәренең береhе - балыҡ тотоу. Был шөғөл йәнгә лә, тәнгә лә ял бирә. Уны бер нәмә менән дә алмаштырып булмай.
Әлфрит Зөлҡәрнәй улы үҙ һөнәрен ике улына ла өйрәтә. "Атанан күргән уҡ юнған" тигәндәй, улдары Батыр ҙа , Бүләк тә мейес тә сығаралар, станоктарҙа эшләйҙәр, ағас эше менән дә булышалар.
Хәҙер ваҡытта ул Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Уға именлек, ғаилә бәхете, эшендә уныштар теләйбеҙ.

 

ЗИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.

Автор:Резеда Валиева