АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Ғинуар 2023, 13:50

Имам-хатиб миҙалға лайыҡ булды!

Урал аръяғының имам-ахуны, Башҡортостан Республикаһының ирекле батальондары имамы Хәмзә хәҙрәт Хафизов орденға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!!

Имам-хатиб миҙалға лайыҡ булды!
Имам-хатиб миҙалға лайыҡ булды!

Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Хәйбулла районында мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙҙың ҡатындары, ата-әсәләре, туғандары менән осрашты. Хәҙрәт 2022 йылдың сентябрендә отец Виктор менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Улар күп осраҡта яҡташ хәрбиҙәр янында булып, вәғәздәр, доғалар уҡый, рухи яҡтан терәк-таяныс күрһәтә.

 «Шайморатовсылар», «Доставаловсылар» һәм республикабыҙҙан мобилизацияланған егеттәрҙең рухи остазы итеп Хәмзә хәҙрәттең тәғәйенләнеүе осраҡлы түгел. Дин әһеле 2017 йылда уҡ гуманитар миссия менән Донбаста булып ҡайтҡан. Тыныс халыҡтың милләтселәрҙән ҡурҡып йәшәүен үҙ күҙҙәре менән күргән. Шуға күрә махсус хәрби операция башланғас, имам Хәмзә хәҙрәт Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндан алғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт һораған.
-Социаль селтәрҙәр аша яу барышын күҙәтеп, кешеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашып ҡына ултыра алманым. Шуға ла хәрбиҙәр янына барыуҙы хуп күрҙем. Еңел булмаған шарттарҙа яугирҙәребеҙгә төрлө яҡтан ярҙам кәрәк, шул иҫәптән рухи, дини,--тип аңлатты үҙенең яу ҡырында булыуын Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт.

Әйткәндәй, Хәмзә хәҙрәт 1980-1982 йылдарҙа Красноярскиҙа эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән. Хәрби объекттарҙы һаҡлаған, бөтә ил буйлап хәрби йөктәрҙе, баллистик ракеталарҙы оҙатып йөрөгән.
Осрашыу барышында хәҙрәткә яҡындары мобилизацияға эләгеүселәр үҙҙәрен борсоған  һорауҙарҙы бирҙе. Дин әһеле уларҙың һәр ҡайһыһын иғтибар менән тыңланы, яуап ҡайтарҙы, хәрбиҙәрҙең йәшәү рәүеше менән таныштырҙы. Үҙенең уларға күрһәткән рухи, психологик һәм башҡа төрлө ярҙамдары хаҡында һөйләне.

-Был осрашыуға Хәмзә хәҙрәткә шәхсән рәхмәт әйтер өсөн килдем,--тине мобилизацияланған яҡташыбыҙҙың ҡатыны Айгөл.-Ваҡыт шулай һайлағас, ирем тәүгеләрҙән булып, хәрби әҙерлек үтергә китте. Аҙаҡ яуға инде. Госпиталдә ятҡанда Хәмзә хәҙрәт менән осрашҡан һәм бергә фото төшөп ебәрҙе. Аҙаҡ телефондан һөйләшкәндә диндарҙың уларға ҙур ярҙам күрһәтеүен һөйләне.

Хәҙрәткә ире алғы һыҙыҡта йөрөгән Гүзәл исемле һылыу ҙа тик рәхмәттәр әйтте. Хәҙрәт кешене тәҡдир йөрөтөүен, һәр кем маңлайына яҙылғанды күрә, тип белгертте.

Әле Хәмзә хәҙрәт хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. 20 ғинуарҙан һуң ул егеттәребеҙгә еңеү яуларға ярҙам итеү өсөн отец Виктор менән бергә кире шунда китергә йыйына.

Автор:Гульдар Кадаева