АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Ғинуар 2023, 13:40

ОЛО ЙӨРӘКЛЕ ХАНЫМ

Оло йәштәге ирекмән өйһөҙҙәргә ярҙам күрһәтә: тамаҡ ташый, йылы кейемдәр бирә. Хатта “ҡыйыҡлы” итергә лә тырыша.

ОЛО ЙӨРӘКЛЕ ХАНЫМ
ОЛО ЙӨРӘКЛЕ ХАНЫМ

“Башинформ” иғлан иткән “Ярҙам—изге эштәр мәле” проектына мәрхәмәтлек эшләүсе кешеләр тарихы хаҡында яҙмалар килеүен дауам итә. Был юлы улар Сибай ҡалаһында йәшәүсе Зәйтүнә Ғәбзәлилова хаҡында яҙҙы.

71 йәшлек Зәйтүнә ханым һөнәре буйынса фельдшер-акушер. Пенсияға тиклем Сибай балалар табыу йортонда эшләгән. Әле хаҡлы ялда булһа ла кешеләргә ғүмер “биреүен” дауам итә. Оло йәштәге ирекмән өйһөҙҙәргә ярҙам күрһәтә: тамаҡ ташый, йылы кейемдәр бирә. Ә хәҙер иһә “ҡыйыҡлы” итергә лә тырыша.

--Маяковский паркы янында йәшәйем. Тышҡа сыҡҡан һайын өйһөҙҙәрҙе күреп йәнем үртәлә,--ти Зәйтүнә Фәтих ҡыҙы.

Республикала, үкенескә күрә, асарбаҡтарға ярҙам итерҙәй учреждениелар юҡ. Өйһөҙҙәрҙең документы булмау сәбәпле, социаль учреждениелар уларҙы ҡабул итмәй. Ни эшләргә? Зәйтүнә ханымға оло йөрәге ярҙамға килә.

Кешеләр төрлө хәлдәргә тарып урамда ҡала. Бер ай элек Зәйтүнә апайға хәтерен юғалтҡан ир осрай. Етмәһә, һөйләшмәй, ишетмәй. Документтарын юллағансы, уны ятаҡ бүлмәһенә урынлаштыра. Шул уҡ ваҡытта ғаиләһен эҙләргә тотона. Ир Удмуртиянан булып сыға. Документ әҙер булғас та, ул туғандарына, үҙ яғына юл тотасаҡ.

Ҡайһы саҡ өйһөҙҙәрҙе үҙенә лә алып ҡайта, йыуындыра, ашата. Әсәһенә улы Илшат та ярҙам итә.

--Улым парикмахер. Өйһөҙҙәрҙең сәсен ҡырҡа, шәхси водителем булып та китә. Уға ултырып учреждениеларға йөрөйөм, документтар юллайым,--ти Зәйтүнә ханым.

 

Изгелек Зәйтүнә апайға ата-әсәһенән килә. Улар вокзал янында йәшәгән һәм йыш ҡына рейсҡа һуңлап ҡайта алмағандарҙы өйҙәренә ҡунырға индергән була. Ояһында ни күрһә--осҡанында шул булыр, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер.

Бына шундай изге һәм оло йөрәкле ханым йәшәй Сибайҙа.

Фото: Башинформ.

Автор:Резеда Валиева