Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Ғинуар 2023, 19:20

ИНӘЙГӘ --90 ЙӘШ

Бөгөнгө көндә инәйҙең өс ейәне яуҙа. Уларҙың имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләй Гәүһәр инәй.

ИНӘЙГӘ --90 ЙӘШ
ИНӘЙГӘ --90 ЙӘШ

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Гәүһәр Ямалетдин ҡыҙы Үҙәнбаева 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Уны оло байрамы айҡанлы балалары, яҡындары, Таулыҡай ауыл хакимиәте башлығы Фуат Әхмәт улы Сәйетов тәбрикләне.

 

--Бөгөнгө көндә ҡартәсәйем Үҙәнбаева Гәүһәр Ямалетдин ҡыҙы үҙенең 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. Ошо ғүмер байрамы менән уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да һаулыҡта, балалар ҡыуанысында, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын. Тормоштоң барлыҡ рәхәттәре менән бер рәттән күп ауырлыҡтарын күргән, һуғыш осоро балаһы ул. Аслыҡ-яланғаслыҡ, бөтөн ауырлыҡтарҙы ла күргәнгә, "Хәҙер тормош шул тиклем матур, ҡәҙерен белеп, матур ғүмер юлы үтегеҙ, тик донъялар ғына тынысланһын", - тип теләктәрен теләй. Тормош иптәше Фирғәт Фазулла улы менән бергә алты ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 4 улы беҙҙең арала юҡтар инде. ????Әлеге көндә ул 14 ейән-ейәнсәргә, 21 бүлә - бүләсәргә бәхетле ҡартәсәй. Өйөндә уны килене Мәфрүзә һәм өс ейәнсәре бик матур итеп көтөп торалар. Рәхмәт уларға. Ҡартәсәйемде тағы ла бер тапҡыр ҡотлайбыҙ. Иң мөһиме һаулығын ныҡлы, күңелен тыныс булһын. Ауыр бала ҡайғылары кисергән йөрәгеңә сабырлыҡтар бирһен Хоҙай. Бөгөнгө көндә ҡартәсәйҙең өс ейәне яуҙа. Уларҙың имен- һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын күреп, тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын Алла бирһә,--тип яҙа социаль селтәрҙә ейәнсәре Гөлназ Сәғәҙәтова.

Автор:Резеда Валиева