АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Ғинуар 2023, 15:55

Рухи терәк

Махсус хәрби операцияла егеттәребеҙгә рухи яҡтан терәк булып йөрөгән Хәмзә хәҙрәт Сибай ҡалаһында мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ҡатындары, яҡындары менән осрашты.2022 йылдың сентябрендә ул отец Виктор менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған.-Ир-егеттәргә посылкаға ҡушып мотлаҡ хат яҙып һалығыҙ! - тип өндәне хәҙрәт. - Хаттар күңел йылыһын илтә, йәшәүгә, еңеүгә көс бирә.

Рухи терәк
Рухи терәк

Хәмзә хәҙрәтте Радий Хәбиров та яҡшы белә. Башлыҡ социаль селтәрҙә «шайморатовсылар», «доставаловсылар» һәм республикабыҙҙан мобилизацияланған егеттәрҙең рухи остазы булған Хәмзә хәҙрәт тураһында яҙған.

«Башҡортостан хәрбиҙәренең рухи остазы итеп Хәмзә хәҙрәттең тәғәйенләнеүе осраҡлы түгел. Дин әһеле 2017 йылда уҡ гуманитар миссия менән Донбаста булып ҡайтҡан. Тыныс халыҡтың милләтселәрҙән ҡурҡып йәшәүен үҙ күҙҙәре менән күргән ул.

Шуға күрә махсус хәрби операция башланғас, имам Хәмзә хәҙрәт Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндан алғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт һораған.

Әйткәндәй, Хәмзә хәҙрәт 1980-1982 йылдарҙа Красноярскиҙа эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән. Хәрби объекттарҙы һаҡлаған, бөтә ил буйлап хәрби йөктәрҙе, баллистик ракеталарҙы оҙатып йөрөгән.

2022 йылдың сентябрендә ул отец Виктор менән махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Улар бергәләп яҡташтарына киләләр, вәғәздәр, доғалар уҡыйҙар. Хәрби хәрәкәттәр зонаһында еңел булмаған шарттарҙа яугирҙәребеҙгә ярҙам кәрәк. Шуға күрә дин әһелдәре уларҙың эргәһендә.

Әле Хәмзә хәҙрәт өйөндә, хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ғинуар аҙағында егеттәребеҙгә еңеү яуларға ярҙам итеү өсөн отец Виктор менән бергә кире шунда китергә йыйына», - тип яҙған республика етәксеһе.

Автор:Гульдар Кадаева