Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Декабрь 2022, 15:00

ЙӘШЛЕККӘ ҠАРШЫЛЫҠ ЮҠ

Наҙгөл Исхаҡова—Өфө фән һәм технологиялар университетының (быға ҡәҙәр Башҡорт дәүләт университетының) башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты. Әле 4-се курста белем алыусы ҡыҙ быйыл Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү, үҫтереү, һаҡлау, популярлаштырыу һәм пропагандалауға индергән өлөшө һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рауил Бикбаев исемендәге стипендияға лайыҡ булды. Шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге грантты яулап ҡыуанды.

Наҙгөл сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан. Уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән ҡыҙ ҡаланың 4-се мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған. Сит телдәр менән ҡыҙыҡһынғанға күрә башҡорт-инглиз теле бүләгенә уҡырға ингән. Уҡыусы сағында уҡ ирекмәндәр төркөмөндә йөрөгән, ҡаланың «Саптар» бейеү ансамблендә шөғөлләнгән ҡыҙ шаулы студент тормошона тиҙ өйрәнә, университеттта ла бер саранан да ситтә ҡалмай, уларҙың уртаһында ҡайнай. Тырыш, өлгөр, сая ҡыҙҙы факультеттың мәҙәни саралар секторына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр.

—Уҡыу менән бер рәттән йәмәғәт эшендә әүҙемлек күрһәтеү күп ваҡытты ала, әммә йәшлек алдында ҡаршылыҡтар булмаҫҡа тейештер, тип уйлайым. Йәшбеҙ, дәртлебеҙ. Факультеттың ышанысын аҡларға тырышам, студенттарҙың мәҙәни тормошон йәнлерәк итеү өсөн бар көсөмдө һалам. Еңеүҙәр яулап, приздар алып ҡыуанып торабыҙ. Уңыштарыбыҙҙы күреп һөйөнәм. Мәҫәлән, «Студент яҙы-2022» конкурсында республикабыҙҙың уҡыу йорттары араһында 3-сө урын алыу бик яҡшы күрһәткес. Айырым бейеү-йырҙарыбыҙ 1-2-се урын яуланы. Студенттарҙың уҡыуҙағы һәм йәмғиәттәге эшмәкәрлеген лайыҡлы баһалаусы, һәр студентҡа әсәләрсә хәстәрлек күрһәткән остазыбыҙ,факультетыбыҙ деканы Гөлфирә Риф ҡыҙына,уҡытыусыларыма оло рәхмәтлемен,—ти Наҙгөл.

Йәш, һылыу, дәрт-дарманы ташып торған яҡташыбыҙ артабан да уҡыуын, «Йәшлек» бейеү ансамблендә, «Сикварули» кавказ бейеүе ансамблендә һәм «Йәнгүзәл» этно -фольклор төркөмөндә шөғөлләнеүен дауам итергә теләй.

—Киләсәктә студенттар менән эшләргә, телде камилыраҡ өйрәнергә теләйем. Атайым Заһир Фәтих улы—инглиз, ә әсәйем Дилә Әҙәһәм ҡыҙы башҡорт теленән 20 йылдан ашыу балаларға белем бирә. Атайым яғынан ҡартатайым һәм ҡартәсәйем Фәтих һәм Асия Исхаҡовтар ҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем алып, ғүмерҙәрен уҡытыусы һөнәренә арнаған. Улар Әхмәт Сөләймәнов, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Риф Мифтахов кеүек билдәле шәхестәр менән бер төркөмдә уҡыған. Шуға күрә филология йүнәлешен һайлауым юҡҡа түгел, телгә һөйөү нәҫелемдән килә,—ти Наҙгөл.

Телһөйәр яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

.

Автор:Резеда Валиева