АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Декабрь 2022, 15:55

Яҡташтарын иҫкә алғандар

Хәйбулла районының Йәнтеш мәктәбендә Ватан геройҙары көнө уңайынан Чечня һуғышында батырҙарса һәләк булған Ирек Ҡадаевҡа арналғанХәтер һәм ҡәҙер кисәһе үткән. Үлгәндән һуң «Ҡаһарманлыҡ» ордены менән наградланғандан Ирек Абдулхаҡ улын уҡытыусылары Р.Ә.Әхмәтов, Ғ.С. Исҡужин, Л.Ө.Йәтимов, ауылдаштары, район советы депутаты М.С.Байгилдин тик яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алған.Йәнтештәр ҡыйыу яҡташтары иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалған.

Яҡташтарын иҫкә алғандар
Яҡташтарын иҫкә алғандар

Был сара уҡыусыларҙа һис шикһеҙ илһөйәрлек, батырлыҡ, ғорурлыҡ тойғолары уятҡан.

Автор:Гульдар Кадаева