АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
6 Декабря 2022, 10:10

Буласаҡ табип әҙәбиәтте хәстәрләй

Яҡташыбыҙ, Сибай ҡалаһы ҡыҙы Әлиә Хабилова «Ҡаһарман» арт-коучингы проекты менән Санкт-Петербургта үткән Бөтә Рәсәй йәш граждандар мәғариф форумында еңеү яулап, 400 мең һум грант отҡан. Нимә һуң ул арт-коучинг? Ул психолог һәм коуч эшмәкәрлегендә маҡсатҡа ирешеүҙә, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ижади һәм логик алымды берләштергән яңы йүнәлеш. Был проектты ҡыҙ башҡорт әҙәбиәтенә йәш яҙыусыларҙы йәлеп итеү, уларҙы уҡытыу маҡсатында булдырған. Иң ҡыҙығы: Әлиә Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый. Киләсәктә балалар табибы булырға хыяллана.

Буласаҡ табип әҙәбиәтте хәстәрләйБуласаҡ табип әҙәбиәтте хәстәрләй
Буласаҡ табип әҙәбиәтте хәстәрләй

-Был проек тураһында уй башыма бынан йыл ярым элек килде. Уйымды әхирәтемә, әсәйемә белгерттем. Ярты йылдан уны йәштәр проект офисы ярҙамында ҡағыҙға күсерҙем. Ҡырҡ тапҡыр эшкәртеп, ҡырҡ тапҡыр үҙгәрткәндән һуң Мәскәүгә уны яҡларға йүнәлдем. Әммә тырышлығым бушҡа сыҡты,--ти Әлиә Илдар ҡыҙы.-Әммә төшөнкөлөккә бирелмәнем. Дүртенсе курста уҡыуым саҡ ҡына еңеләйә төшһә барыбер уға тотонасағымды белә инем. Тотондом, эшләнем, булдырҙым.

Әҙәбиәттән ситтә торһа ла ҡыҙ туған теленә, әҙәбиәтенә бәләкәйҙән битараф булмай. Сибайҙан Өфөгә күскән мәлдә лә ул башҡалала йәшәүсе генә түгел, уға, тотош республикаға, халҡына ярҙам итерҙәй шәхес булырға хыяллана.

Был грант сиктәрендә ул апрель айынан алып аҙнаһына ике тапҡыр онлайн дәрестәр алып бара. Башта ҡәләм тирбәлтеүсе йәштәрҙән 80 заявка ҡабул итһә, "Президент-отел"дә үткән сараның финалына 20 йәш ижадсы килеп еткән. Проект сиктәрендә ҡыҙҙар-егеттәрҙе билдәле яҙыусылар, шағирҙар, драматургтар йәштәрҙе әҙәбиәт серҙәренә өйрәткән. Һуңғы этап—форумда йәш авторҙар өсөн дискуссия майҙандары, әҙәбиәткә ҡағылышлы түңәрәк өҫтәлдәр, яҙыусылар, журналистар, драматургтар, сценаристар менән фекер алышыуҙар уҙғарылған. Шулай уҡ, беренселәрҙән булып уларға Булат Йосоповтың "Шағир көндәлектәре" фильмын ҡарау бәхете тейә.

Ғөмүмән, проект авторы Әлиә Хабилова үҙенең маҡсатына ирешкән--башҡортса яҙышырға өйрәнергә теләгәндәр, ижад ҡомары менән янғандарҙы бер урынға туплап, уларға яҙышыуҙың әлифбаһын күрһәткән.
"Ҡаһарман" проекты әҙәбиәткә яңы тулҡын булып фекерле, үҙенсәлекле йәш егеттәр-ҡыҙҙар килеүен, оло быуын яҙыусыларына алмаш булырмы тигән хәүефтең урынһыҙлығын иҫбатланы.

Буласаҡ табип әҙәбиәтте хәстәрләй
Буласаҡ табип әҙәбиәтте хәстәрләй
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас