

Байрам айҡанлы әсәйем Исмәғилева Фәриҙә Әхәт ҡыҙы хаҡында яҙырға теләйем.
Әсәйем ысын мәғәнәһендә ҡабатланмаҫ кеше, уның кеүектәр юҡтыр ул был донъяла! Асыҡ күңелле, йомарт, ғәҙел, тура һүҙле, талапсан кеше ул. Баймаҡ районы Сосновка ауылында йәшәй. Ҡустым Арсен менән икебеҙгә ғүмер бүләк иткән әсәйем ғүмере буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләне, әлеге мәлдә хаҡлы ялда.
15 йыл элек атайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсте, шуға ҡарамаҫтан, әсәйем "за себя и за того парня" тип, һыр бирмәй, гөрләтеп донъяһын көтә килә. "Яңғыҙым торам, балаларым да ҡырҙа", тип бер ҙә зарланып ултырмай: баҡсаһын да үҫтерә, шиғырҙарын да яҙа, сәхнәлә лә йырлай, ауылдың хәбәрсеһенә лә әйләнеп бөткән. Уға ҡай саҡ хатта шылтыратып та булмай, бигерәк ижади эше күбәйеп китә 😁
Әсәйем беҙҙе башҡаларға ҡарата изге күңелле, ғәҙел булырға, алдашмаҫҡа, кеше хаҡына инмәҫкә өйрәтте. "Таш менән атҡанға, аш менән ат", тине ул һәр саҡ.
Әсәйем һәр саҡ бала йәнле кеше. Тол ҡалһа ла, ҡустым менән икебеҙҙе тырышып уҡытты, юғары белем бирҙе. Иҫләйем, бер йыл әсәй һарайында торған һуңғы һыйырын һатып, уҡыуыма түләп ҡуйҙы! Бөгөнгө көндәге барлыҡ ҡаҙаныштарым өсөн мин иң беренсе сиратта әсәйемә рәхмәтлемен.
Бына шулай, балалары, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре өсөн янып торған ғәзиз кешем ул - әсәйем.
Ҡәҙерлемә тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, иман байлығы, балалары именлеген, ижади уңыштар теләйем. Ҡартайған көнөндә ҡәҙерле, бәхетле булһын. Һау ғына бул, әсәй. Мин һине яратам!
ЗӨБӘРЖӘТ УТАРБАЕВА.