Замандаш
21 Октября 2022, 03:15

Даян Аҡҡужин миҙал алды

Өфөлә «Торатау» конгресс-холында "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Даян Аҡҡужин миҙал алдыДаян Аҡҡужин миҙал алды
Даян Аҡҡужин миҙал алды


Республиканың бөтә төбәктәренән тәбрикләүгә килгән 38 атай дипломдар һәм иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнде.

Лайыҡлы наградаларҙы күп балалы атайҙар һәм балалары ниндәй ҙә булһа өлкәлә танылыу яулаған балаларҙан тыш башҡалар ҙа алды. Миҙалдарҙы шулай уҡ махсус операция барышында улдарын юғалтҡан атайҙарға ла тапшырҙылар.
Бүләкләнеүселәр араһында Йылайыр районының Йылайыр ауылынан 5 бала атаһы Даян Аҡҡужин да бар.
Ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас