АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
12 Октября 2022, 05:05

2022 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәләнде!

Ҡотлайбыҙ!

Республиканың абруйлы наградаһына Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы проекты өсөн «Архтамға» эксперт-проект бюроһы» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре: генераль директор Рөстәм Әлибаев, баш инженер Илфат Аҡтуғанов, баш архитектор Гөлфиә Тажетдинова;

«Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре» проекты өсөн Башҡортостандың Милли симфоник оркестры хеҙмәткәрҙәре: генераль директор Артур Нәзиуллин, баш дирижер Дмитрий Крюков;

«Ат уйнатып алдан бара... » спектакле өсөн Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Артур Кәбиров, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәис Низаметдинов лайыҡ булды.

Автор:гульдар кадаева
Читайте нас