АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
5 Октября 2022, 10:05

КЕШЕГӘ КӘРӘК БУЛЫУ—ҠЫУАНЫС

—Мохтаждарға ярҙам итеү ауырлыҡ тыуҙырмай,—ти ирекмән ҡатын.—Кешегә кәрәк булыуҙан күңел йыуаныс таба. Кешеләр йөҙөндә йылмайыу тыуҙырыу миндә кинәнес уята.

КЕШЕГӘ КӘРӘК БУЛЫУ—ҠЫУАНЫСКЕШЕГӘ КӘРӘК БУЛЫУ—ҠЫУАНЫС
КЕШЕГӘ КӘРӘК БУЛЫУ—ҠЫУАНЫС

Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында күркәм холоҡло ҡатын йәшәй. Ул көндәлек мәшәҡәттәре араһында ауыл ололарына ярҙам итеп өлгөрә. Һүҙ музыка мәктәбе филиалы етәксеһе, Йылайыр ауыл биләмәһе советы депутаты Зилә Яҡупова тураһында.

Ауылдаштары әйтеүенсә, Зилә Нуриман ҡыҙы—изге күңелле кеше. Кемгәлер ярҙам итеү, файҙалы булыу уға оҡшай. Ветерандар Фатима Хәбир ҡыҙы Ғайсина, Асия Ғайсар ҡыҙы Әбүбәкирова өйҙәрендә ул йыш була. Ихлас, асыҡ күңелле Зилә уларға аҙыҡ-түлек килтерә, ауыл хәлдәре менән таныштыра, эс-серҙәрен тыңлап, йыуата, ҡанатландыра.

Ауылда икенсе йыл балалар майҙансығы эшләп килә. Ул да Зилә Нуриман ҡыҙы инициативаһы менән булдырылған. Ремонт, өмәләр иһә округ халҡы менән бергә башҡарыла. Бында йыш ҡына байрамдар уҙғарыла, унда ололар ҙа, балалар ҙа теләп ҡатнаша. Тыуған ауылында Зилә Нуриман ҡыҙы «Ихлас» исемле магазин да асҡан. Ауылдаштары унан тәү кәрәк-ярағы алып ҡыуана.

Зилә Нуриман ҡыҙы ғүмерен музыкаға арнаған. Ул халыҡ инструменттары оркестрын етәкләй, унда башлыса пенсионерҙар йөрөй. Оло булһалар ҙа тормоштан йәм табып, кешеләр күңеленә шатлыҡ өләшергә тырыша улар. Коллектив һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Күптән түгел «Мин яратам һине, тормош» республика фестивалендә улар «Оркестр» номинацияһында беренсе урын яуланы.

—Мохтаждарға ярҙам итеү ауырлыҡ тыуҙырмай,—ти ирекмән ҡатын.—Кешегә кәрәк булыуҙан күңел йыуаныс таба. Кешеләр йөҙөндә йылмайыу тыуҙырыу миндә кинәнес уята.

Ауыл ололары күҙҙәре осҡон сәсеп торған Зилә Нуриман ҡыҙы уларҙы һис ҡасан ташламаҫын белә.

Беҙҙең арала шундай эскерһеҙ, ихлас кешеләрҙең булыуы ҡыуандыра.

 

/Земфира Әхтәмова, «Баймакский вестник» гәзите хәбәрсеһе./

Резеда Усманова тәржемәһе.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас