Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Сентябрь 2022, 22:48

Мәскәүҙә Байрас Байбуловтың фотолар күргәҙмәһе асылды

Мәскәүҙә яҡташыбыҙ, Баймаҡ районының Басай ауылы егете, йәш фотограф, видеолар төшөрөү оҫтаһы Байрас Байбуловтың фотолар күргәҙмәһе асылды.

Байрас Байбулов Сибай гимназия-интернатында, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алған. Лицейҙа уҡыған сағында уҡ Сибай телевидениеһында эшләй башлай. Армия сафынан ҡайтҡас та телевидениела хеҙмәт юлын дауам итте. Тырыш егет башта Мәскәүҙә ТВ- Домодедово каналында эшләп тәжрибә туплаһа, әлеге ваҡытта ул НТВ каналы хеҙмәткәре.

Автор:гульдар кадаева