Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Сентябрь 2022, 19:15

ЯРТЫ БЫУАТ БЕРГӘ!

Марат Көсөкбай улы һәм Сәриә Иштимер ҡыҙы Даутбаевтар - Күгиҙел ауылының һоҡланғыс ғаиләһе.

ЯРТЫ БЫУАТ БЕРГӘ!
ЯРТЫ БЫУАТ БЕРГӘ!

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәүсе Марат Көсөкбай улы һәм Сәриә Иштимер ҡыҙы Даутбаевтарҙы юбилейҙары - 50 йыл бергә йәшәүҙәре менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Матур хеҙмәт юлы үткән улар. Марат Көсөкбай улы "Һәүәнәк" һәм "Күгиҙел" совхоздарының алыштырғыһыҙ етәксеһе булып хаклы ялға сыға. Ғүмер буйы совхозда быҙау ҡараусы булған Сәриә апай “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була. Донъяның бөтә сағыу буяуҙарына сумып, йәмғиәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашып йәшәй был ғаилә. Иң һоҡландырғаны – балаларына биргән матур тәрбиәләре. Тырыш, уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле пар улар. 5 балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына баҫтыралар. Әлеге ваҡытта 6 ейән -ейәнсәргә һәм бүләгә бәхетле өләсәй-олатай улар. Әсе тормош һынауҙырын да күп татыған улар, тик бирешмәгәндәр, ҡайғыла ла, шатлыҙта ла бер-береһенә терәк булып алтын туйға килеп еткәндәр.
Дауытбаевтарға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, балаларының изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.

Автор:Резеда Валиева