Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Сентябрь 2022, 16:00

ДЕПУТАТТАН —ОЛОЛАРҒА БҮЛӘК!

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, «Алға, Сибай» проекты етәксеһе Денис Андреевич Назаров—«Атайсал» гәзитенең тоғро дуҫы. Быға ҡәҙәр 9 май—Еңеү көнө алдынан ветерандарға гәзитебеҙҙе бүләк итһә, әле 1 октябрь—Ололар көнө яҡынлашыу айҡанлы Сибайҙа йәшәүсе 40 өлкән йәштәге инәй-олатайға «Атайсал» яҙҙырҙы. Тимәк, ихтирамға лайыҡ ололарыбыҙ 2023 йылдың тәүге ярты йыллығында бушлай «Атайсал» алдырасаҡ.Хөрмәтле Денис Андреевичҡа өлкәндәргә һәм милли матбуғатҡа ихтирамлы булғаны өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! 

ДЕПУТАТТАН —ОЛОЛАРҒА БҮЛӘК!
ДЕПУТАТТАН —ОЛОЛАРҒА БҮЛӘК!

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Бәлки, һеҙҙең арала ла Ололар көнөнә матбуғат баҫмаһын бүләк итеүсе табылыр. Күршеләрегеҙгә йә ҡартатай-өләсәйҙәрегеҙгә «Атайсал» яҙҙырһағыҙ, беҙ бик шат булыр инек. Киләһе ярты йылға почта аша яҙылыу хаҡы—691 һум 20 тин, бер йылға—1257 һум 26 тин. Сибай ҡалаһы һәм Иҫке Сибай ауылы халҡы редакция аша арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла ала. Ярты йыллыҡ хаҡ—650 һум, бер йыллыҡ хаҡ—1100 һум.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Автор:Резеда Валиева