Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
26 Август 2022, 22:25

Тәрбиәсе эше тәү ҡарашҡа ғына бик ябай һөнәр кеүек

Тәрбиәсе булып иңдәренә оло яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаған, сабыр холоҡло, бала йәнле кеше генә эшләй ала. Һәр эштең үҙ оҫтаһы бар. Бына шундай тәрбиәселәрҙең береһе-Баймаҡ лицей интернатында 25 йылдан ашыу эшләүсе Фәнүзә Азамат ҡыҙы Байғотлинаға БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МӘҒАРИФ АЛДЫНҒЫҺЫ маҡтаулы исеме бирелде. Фәнүзә Азаматовна! Ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ, дәрт, дарман ташламаһын, яулайһы бейеклектәр алда булһын!!! 🎉🎉 әрбиәсе булып иңдәренә оло яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаған, сабыр холоҡло, бала йәнле кеше генә эшләй ала. Һәр эштең үҙ оҫтаһы бар. Бына шундай тәрбиәселәрҙең береһе-Баймаҡ лицей интернатында 25 йылдан ашыу эшләүсе Фәнүзә Азамат ҡыҙы Байғотлинаға БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МӘҒАРИФ АЛДЫНҒЫҺЫ маҡтаулы исеме бирелде. Фәнүзә Азаматовна! Ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ, дәрт, дарман ташламаһын, яулайһы бейеклектәр алда булһын!!! 🎉🎉

Тәрбиәсе эше тәү ҡарашҡа ғына бик ябай һөнәр кеүек
Тәрбиәсе эше тәү ҡарашҡа ғына бик ябай һөнәр кеүек

Тәрбиәсе тураһында яҙғанда беҙ улар тураһында... “бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, балаларҙы яратҡан, был эшһеҙ үҙен күҙ алдына ла килтермәгән, бала саҡтан хыялланған”.... кеүек дөйөм һүҙҙәр менән генә һүрәтләргә ғәҙәтләнеп киткәнбеҙ, тәрбиәсенең эшен дә хатта дөйөмләштереп ташлайбыҙ .
Тәрбиәсе эше тәү ҡарашҡа ғына бик ябай һөнәр кеүек. Ауыр һәм яуаплы тәрбиәсе эшен оҙаҡ йылдар дауамында бик һирәктәр генә алып бара ала. Бының өсөн түҙемле булыу, балаларҙы яратыу мөһим. Ипле, тыныс холоҡло тәрбиәсе балаларының һәр яҡшы эшенә ҡыуанып, яңылышлыҡтарына борсолоп, хаталарын төҙәтеп, наҙлы ҡарашы, йылы һүҙҙәре менән уларҙың күңеленә юл һала ала. Интернатҡа уҡырға килгән балаларға тәүге тормош дәрестәрен, ятаҡта йәшәү тәртибен, санитар-гигиена талаптарын, үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен дә тәрбиәсе өйрәтә. Ата-әсәһен, тыуған ауылын һағынып илаған балаларҙың эргәһендә булып, уларҙы ташламаған, йомшаҡ ҡулдары менән баштарынан һыйпаған, арҡаһынан һөйгән, ҡосағына алған кеше лә- ул ТӘРБИӘСЕ .
Ниндәй генә темаларға класс, тәрбиәүи сәғәттәр, әңгәмәләр, асыҡ һөйләшеүҙәр, оло шәхестәр һәм башҡа күренекле кешеләр менән осрашыуҙар үткәрмәй?! Ул ойошторған экскурсиялар, походтар, сәйәхәттәр һуң?! Ошондай сараларҙа балалар айырыуса бер-береһенә, тәрбиәсегә нығыраҡ яҡыная, берҙәм, ойошҡан коллектив барлыҡҡа килә.
Лицейыбыҙҙа ҡатмарлы тормошҡа әҙер булған, аҡыллы, мәҙәниәтле, тәрбиәле шәхестәр үҫеп сыға. Ә был – тәрбиәсенең эш һөҙөмтәһе. Уҡыусыларының тәрән белем алып, тормош үрҙәрен яулауында, илгә, халыҡҡа кәрәкле, төрлө өлкәлә үҫешкән кешеләр булып формалашыуында, үҙ ғаиләһен, шәхси тормошон икенсе планға ҡалдырып, эшенә мөкиббән киткән тәрбиәсенең роле бик ҙур.
Шулай итеп, тәрбиәсе булып иңдәренә оло яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаған, сабыр холоҡло, бала йәнле кеше генә эшләй ала. Һәр эштең үҙ оҫтаһы бар. Бына шундай тәрбиәселәрҙең береһе-Баймаҡ лицей интернатында 25 йылдан ашыу эшләүсе Фәнүзә Азамат ҡыҙы Байғотлинаға БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МӘҒАРИФ АЛДЫНҒЫҺЫ маҡтаулы исеме бирелде.
Фәнүзә Азаматовна! Ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ, дәрт, дарман ташламаһын, яулайһы бейеклектәр алда булһын!!! 🎉🎉

Автор:Гульдар Кадаева