АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Август 2022, 08:50

Радий Хәбиров үҙенең дүрт көнлөк ялын Үзбәкстандың туристик ынйыһы – Сәмәрҡәнд һәм Бохараны өйрәнеүгә арнаған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” төркөмөндә түбәндәгеләрҙе яҙған. "Үҙемдең дүрт көнлөк ялымды Үзбәкстандың туристик ынйыһы – Сәмәрҡәнд һәм Бохараны өйрәнеүгә арнаным, – тигән Радий Хәбиров. – Ошо ике ҡала ла Тамерлан һәм уның вариҫтары менән тығыҙ бәйләнгән. Минең мөһим маҡсатым – күскенсе цивилизацияның Евразия музейын төҙөгәндә уның нигеҙенә ятасаҡ идеяларҙы үҙемә алыу. Ә һеҙ Шишмә районында уны төҙөү тураһында беләһегеҙме? Башҡортостанда Тамерлан менән бәйле урындар бар".

Радий Хәбиров үҙенең дүрт көнлөк ялын Үзбәкстандың туристик ынйыһы – Сәмәрҡәнд һәм Бохараны өйрәнеүгә арнаған
Радий Хәбиров үҙенең дүрт көнлөк ялын Үзбәкстандың туристик ынйыһы – Сәмәрҡәнд һәм Бохараны өйрәнеүгә арнаған

Радий Хәбиров Бохаралағы боронғо мәсетте – Магоки-Аттариҙы видеоға төшөрөп һалған.

Фото: “Бәйләнештә” төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева