АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Август 2022, 10:55

11 бала әсәһенә 90 йәш!

Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылынан Йомабикә Әхтәм ҡыҙы Игебаева 90 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан уны Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡотланы. Йомабикә Әхтәм ҡыҙы бәләкәй сағынан колхоз, совхозда эшләп нығынып үҫкән. Хәйбулла районының Бүребай шахтаһында эшләгән. Медицина пунктында санитарка ла булырға тура килгән. 11 бала тәрбиәләп үҫтергән күп балалы әсә “Әсәлек даны”, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы менән наградланған.Әлеге ваҡытта ул 25 ейән-ейәнсәргә, 28 бүләсәргә өләсәй һәм ҡартәсәй.

11 бала әсәһенә 90 йәш!
11 бала әсәһенә 90 йәш!


Йомабикә Әхтәм ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева