Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Август 2022, 21:35

Почтальон килә!

Йылайыр районы, Иҫке Яҡуп ауылы оло юлдан ап-аруҡ ҡына, Матрай ауылынан 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда кеҫә телефоны ла, интернет та тотмай. Шулай ҙа халыҡ гәзит-журналдар алдырып, матбуғат менән ҡыҙыҡһынып, мәғлүмәтле йәшәй. Ошо ауылда тыуып үҫкән Шәйхислам Исламғолов (ауыл халҡы уны шаяртып чикист тип йөрөтә) почта ташый. Почтальон ике тәгәрмәсле тимер атына нимә генә теймәй ҙә, уның Почта России тип яҙылған сумкаһына нимә генә һыймай... Ул гәзит-журналдар тиһеңме, ул посылка тиһеңме, ул квинтациялар, хаттар, һәм башҡа ... Хатта берәйһе күстәнәс биреп ебәрһә лә, урыным юҡ тип тормай, алып килә. Шәйхислам үҙе оҫта гармунсы ла, ишле балалар атаһы ла. Шуға ла ул бөгөнгө көндә, балаларын уҡытыр өсөн күрше Япарһаҙ ауылына күсеп сыҡҡан.

Почтальон килә!
Почтальон килә!

Шәйхислам ауылға төшөүе була, һәр береһе килеп, ҡана свитемә түләргә биреп ебәрәйем, шул йомошто ғына, был йомошто ғына йомошлай алмаҫһыңмы икән тип, йүгерешә башлай. Әйтергә кәрәк, әлбиттә бәләкәй генә ауылда ололар ҙа хәҙер аҙ ҡалып бара ҡыҙғанысҡа. Шулай ҙа почтальон ағайға ҡарап торғандар ҙа бар әлегә. Ул барыһы менән күрешеп, хәл-әхүәл һорашып, яңылыҡтар менән бүлешеп алғас, ауылдың иң оло кешеһе, әсәһе Фәүзиә инәйгә (кафеға инеп сығыр кәрәк, тип шаярта ул гелән) инеп сәй эсеп, артабан юлын дауам итә.
Юлдар, юлдар, юлдар...
Хаттар, хәбәрҙәр, яңылыҡтар...
Һау кешегә барыһы ла кәрәк.
Бына шулай, бәләкәй генә бер ауылдың, йәмле йәй көнөндәге, бәләкәй генә бер тарих.

Автор:Гульдар Кадаева