АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Август 2022, 15:55

АТАЙЫМДЫҢ РУХЫ ШАТТЫР...

—Атайым мәрхүм мине ҙур сәхнәлә күрергә теләй ине. «Йәш йөрәктәр»ҙә төп геройҙы уйнап, М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия театры сәхнәһенә сыҡтым. Мин булдырҙым! Моғайын, атайым өҫтән күрәлер һәм минең өсөн шаттыр,—ти Динислам.

АТАЙЫМДЫҢ РУХЫ ШАТТЫР...
АТАЙЫМДЫҢ РУХЫ ШАТТЫР...

Динислам—йәш актер

Бөгөнгө йәштәр элеккеләренә бөтөнләй оҡшамаған. Ныҡыштар,  алдынғы ҡарашлылар, бер юлы бер нисә һөнәр үҙләштерергә, уҡырға ла, бер юлы аҡса эшләргә тә ынтылалар, таланттарын дөрөҫ ҡулланып, уның мәнфәғәтен күрергә лә тырышалар.

Һеҙ һүрәттә күргән егет Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. Сибай сәнғәт колледжын ҡурай класы буйынса тамамлап , унан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында белем ала. 4-се курста уҡығанда М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия театры менән килешеү төҙөшөп эш башлай һәм «Йәш йөрәктәр» спектаклендә төп геройҙы һынландыра. Әле Динислам ҡулына диплом алып, эшкә урынлашыу мәшәҡәте менән йөрөй.

Бала саҡтан спорт менән мауыҡҡан егет сәнғәт юлынан китеүенә һис үкенмәй. Мәҙәниәткә, сәнғәткә ғашиҡ булыуы, күңелендә рухы ташып тороуы институттың 1-се курсынан уҡ матур образдар тыуҙырырға мөмкинлек биргән. Башҡорт эпосы «Аҡбуҙат»та Аҡбуҙат ролен башҡарһа, 2-се курста Мостай Кәрим пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Салауат Юлаев ролен уға ышанып тапшыралар. Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндө» спектаклендә Аҡъегет ролен, диплом эше—«Ауаз булып ҡайтыр һөйөүем...» видеофильмында Ғөбәй Дәүләтшин ролен уңышлы башҡара. Т. Уильямстың «Стеклянный зверинец» спектаклендә Джим ролендә лә егет үҙен күрһәтә ала.  Динислам байтаҡ ҡына Бөтә Рәсәй конкурстарында призлы уырндар яулай, халыҡ-ара «Арҡаҙаш-2020» фестиваль-конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты.  Башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ егет үҙе лә күп кенә йырҙар яҙҙырған.

—Атайым мәрхүм мине ҙур сәхнәлә күрергә теләй ине. «Йәш йөрәктәр»ҙә төп геройҙы уйнап, М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия театры сәхнәһенә сыҡтым. Мин булдырҙым! Моғайын, атайым өҫтән күрәлер һәм минең өсөн шаттыр,—ти Динислам.

Әүҙем студент йылдарын артҡа ҡалдырып, оло тормош юлына баҫыусы яҡташыбыҙ Динислам Сафинға уңыштар теләйек! Театр сәхнәһендә яҡты бер йондоҙ булып балҡырыңа ышанабыҙ!

 

 

Автор:Резеда Валиева