АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Июль 2022, 10:40

Ир уртаһы—алтмыш

Бала саҡта: «Кем булаһың, улым?»,—тип атайым һораһа, «Конюх»,—тип яуаплай инем. Атайым: «Улым, ҙур колхоздың етәксеһе булыр»,—тип ҡыуана торғайны. Әле колхоз председателе булмаһам да, йылҡы үрсетәм...

Ир уртаһы—алтмыш
Ир уртаһы—алтмыш

Заман йәшен тиҙлегендә үҙгәрә, был осорҙа берәүҙәр иманын, берәүҙәр тиреһен алыштыра...
Ә ҡайһы берәүҙәр, тормош үҙгәрә тип, бик үҙгәрмәй, үҙенең әхлаҡ принциптарын, кешелек сифаттарын юғалтмай йәшәй бирә. Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫеп,
Рәсәй мәғарифының Почетлы хеҙмәткәре, Баймаҡ районында, Сибай ҡалаһында етәксе урындарҙы биләгән, маҡтаулы эшләгән
Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов та үҙ булмышына хыянат итмәй ғүмер кисерә.
Биш йыл элек уның хаҡында «Шәхес. Замандаш. Етәксе» тигән күләмле мәҡәлә яҙғайным. Ул саҡта юбиляр Сибай ҡалаһының хакимиәт башлығы булып эшләй ине. Бөгөн ҙур дәрәжә биләмәй, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ябай кеше. Ни хәлдә замандашым?
Күркәм ғүмер байрамы алдынан уның менән фекер алышҡы, һөйләшке килде...

—Ир уртаһы—алтмыш, ти халыҡ. Ғәләм киңлегендә, ваҡыт даръяһында
алтмыш йәш әллә ни күп тә түгелдер һымаҡ. Ә шулай ҙа үткән юлдың һикәлтә-һе лә, үре лә, түбәһе лә булғандыр?
—Эйе, Мостай Кәрим әйтмешләй, мин тупрағымдан уңдым, Шундай бер фекер бар: тыуған ерендә йәшәгән кешенең ситтә ғүмер кисергән кешеләрҙән бер хәсрәте аҙ, улар һағыш һәм һағыныу кисермәй. Мин дә был йәһәттән бәхетле, тыуған ауылымдан, ауылдаштарымдан бер ваҡытты ла айырылманым.
Әсәйем, атайым менән бесән сапҡан сабынлыҡта йыл һайын бесән саптым, хәҙер унда һунарға йөрөйөм. Ул урын ейәндәремдең дә иң яратҡан урынына әүерелде. Сибай ҡалаһында йәшәһәм дә аҙнаның яртыһы ауылда үтә, бөгөнгө эшмәкәрлегем дә ауыл менән бәйләнгән.
Тыуған ауыл тиһәк, иң беренсе тыуған йорт, атай, әсәй, баласаҡ, мәктәп йылдары күҙ алдына баҫа. Атайым Хәмзә Йомағужа улы Бөйөк Ватан һуғышынан офицер дәрәжәһендә ҡайтып, ғүмерен йәш быуынды уҡытыуға, тәрбиәләүгә бағышлаған партия һалдаты булды. Әсәйем ифрат сабыр, бик уңған, төҫкә һылыу ине. Йылмайып ҡына, урынлы әйткән һүҙҙәре, кәңәштәре мине ғүмер буйы оҙата килгәндәй. Ете ҡыҙҙы һәм мине тормош юлында юғалмаҫлыҡ итеп тәрбиәләнеләр. Апайҙар араһында яңғыҙ үҫһәм дә, иркә малай булып үҫмәнем, шуға ҡыуанам. Йорт ҡура эштәре, бесән, утын әҙерләүҙәр—һәр бер ауыл малайының хеҙмәт тәрбиәһе. Шуныһы үкенес: бөгөнгө малайҙарҙың баласағы телефон тотоп үтә, шуға ла армияға барған егеттәрҙең кәүҙәләре сибек, үҙҙәрен дә яҡлай алмайҙар.
—Армия тигәндәй, әйҙәгеҙ ошо хаҡта фекер алышайыҡ. Ир-егеттәрҙең әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтыуын тәүге еңеү тип әйтеп буламы?
—Бәлки, шулайҙыр. Был мәл үҙ-үҙеңде һынау, сынығыу, үҙеңдең кем икәнеңде иҫбатлау мәктәбе лә ул. Тәүге тапҡыр яҡындарыңдан айырылып оҙаҡҡа, алыҫ юлға сығыу, йөрәкте семетеп торған, һағыныу хисе, икенсе милләт тиҫтерҙәренә үҙеңде, милләтеңде танытыу. Минең дә тормошомдың иң мауыҡтырғыс сағы ошо әрме хеҙмәте булды. Армиянан мин старшина званиеһында, КПСС ағзаһы булып ҡайттым. Иң тулҡынландырғаны—үҙем хеҙмәт иткән частың Почет китабына исемемде индереүҙәре. Кемдәр әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан, улар аңлай. Армия мәктәбе һәр ир-егет өсөн тормош мәктәбе ул. Бөгөнгө армия беҙҙең хеҙмәт иткән армиянан күпкә айырыла. Бер яҡтан бик һәйбәт кеүек, көндөҙ йоҡлаталар, ашханала әҙер аш ашайҙар, махсус хеҙмәткәрҙәр иҙән йыуа. Хеҙмәт итеү ваҡыты ла бер йыл ғына. Бер йыл да һалдат тулыһынса хәрби әҙерлек мәктәбен үтеүе бик икеле. Ир-егетте хеҙмәт, яуаплылыҡ, ҡыйынлыҡтар сыныҡтыра.
—Профессиональ армияға ҡарашығыҙ нисек?
—Ыңғай ҡараштамын, тыныс булмаған донъяла илдең көсө, иртәгәһе ошо әҙерлек үткән армия ҡулында. Нисек кенә ҡыйын булһа ла быны белергә кәрәк һәм ҡабул итергә, тыныс йәшәү өсөн ил ҡораллы булырға тейеш.
—Бөгөнгө хәлгә ҡарашығыҙ?
—Атайым, олатайҙарым ғүмерҙәрен аямай көрәшкән. Бөгөнгө хәлдәрҙән ҡәберҙәрендә биш әйләнәләрҙер, тимен. Украинанан армияла дуҫлашҡан егет менән хәбәрләшәбеҙ. Мөнәсәбәттәр үҙгәрмәне. Украина башлығының аҡылһыҙлығы, илен тәрән упҡынға илтеүе өсөн ҡайғыра ул. Үҙе хәҙерге мәлдә Мәскәүҙә йәшәй.
—Әйткәндәй, һеҙҙең дуҫтарығыҙ күпме?
—Дуҫлыҡты ваҡыт һынай. Ышаныс нығыта ғына. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙам һорай алырҙай дуҫтарым бар, дөрөҫ, мин бер ваҡытты ла кешегә һалынманым. Үҙемдең проб-
лемаларымды үҙем хәл итергә тырыштым. Үҙем дә кәрәк өсөн генә дуҫлашыусыларҙан алыҫ торҙом. Минеңсә, ысын дуҫтар бик күп булмай. Бөгөн бер яҡын дуҫымдың исемен әйтеп киткем килә. Ул— Мәхмүтов Фирзант Фазулла улы. Яҡты иҫтәлектәр һаҡлайым уның хаҡында, рухы шат булһын. Дуҫтар беҙҙең менән гел бергә йөрөмәһәләр ҙә күңел яҡынлығы кешене берҙәм итәлер. Улар беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә, уҡыта, хатта хаталарҙан ҡурсылай ҙа.
—Уҡыта ла тигәс, уҡытыусыларығыҙ тураһында һөйләшәйек әле.
—Фатима Ғәзиз ҡыҙы Абзакова тәүге уҡытыусымды, атайым менән әсәйемде тормошомда иң төп уҡытыусыларым, тип һанайым. Алдамаҫҡа, тормошта үҙ көсөңә ышанырға, кешелекле ғәҙел булырға, тәбиғәтте яратырға һәм тырышып эшләргә улар өйрәтте. Тормошомда аҡыл, ғилем биреүселәр булды, Баймаҡҡа эшкә килгәс, Рим Әшрәф улы: «Өйөңдә телефоның бармы?»—тип һораны. Юҡ, тием. Икенсе көн үк телефон ҡуйҙыртты. Таң менән берәү шылтырата. Рим Әшрәфович икән. Сәғәт иртәнге биш. Әйҙә, ҡаланы бер әйләнеп киләйек, ти. Киттек. Шул көндән башлап, иртә менән тороп, йәйәүләп ҡала буйлап үтеү яҡшы ғәҙәткә әйләнде. Өлкән ағайҙы оло хөрмәт менән иҫкә алам, ул кешеләр торғансы Баймаҡтың бөтә хәле менән таныш ине. Сибай ҡалаһында эшләй башлағас, оперативкала етәкселәргә: «Шунда лампочка янмай, шунда юл йөрөрлөк түгел»,—тиһәм, тәүҙә аптырай торғайнылар.
Әмир Зәкир улынан сабырлыҡҡа, милләтебеҙҙең тарихына һәм бө-гөлгөһенә ҙур ихтирам менән ҡарарға, шәхестәребеҙҙе белергә, Хисмәтуллин Рәғиб Хәмит улынан һәр әйткән һүҙеңә яуаплы булырға өйрәндем. Илшат Хәмит улының ярҙамсыларына, урынбаҫарҙарына ышаныуы, хөрмәт менән ҡарауы, үҙем өсөн яҡшы фәһем булды.
—Урынбаҫар, ярҙамсылар тигән һүҙҙе хөрмәт менән әйтәһегеҙ, тимәк, тормошоғоҙҙа хөрмәт һәм рәхмәт менән иҫкә алырлыҡ кешеләрегеҙ, ярҙамсыларығыҙ булған?
—Әлбиттә, яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, етәксенең уңышы бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә таянып эште дөрөҫ йүнәлештә алып барыуҙа. Уңдым мин был йәһәттән дә, бик яуаплы, юғары мәҙәниәтле кешеләр менән эшләнем, барыһын да әйтеп бөтөп булмай, барыһына ла рәхмәтлемен.
Иң яуаплы минуттарҙа таяныс булғандарын әйтмәй булмайҙыр: Юлдашбаева Әлфиә Зекрейә ҡыҙы, Иҙрисов Айнур Фазлетдин улы, йәне йәннәттә булһын, Мостовая Ольга Леонидовна, Ишемғолова Гүзәл Әхмәт ҡыҙы, Хәсәнов Ғаяз Әхмәҙулла улы, Киреева Элиза Ғүмәр ҡыҙы, Юлдашбаев Азамат Мырҙағәле улы. Әйткәндәй, Азамат Мырҙағәле улы Си-
бай ҡалаһына башлыҡ итеп тәғәйенләнде. Ышанам, ҡотлайым.
—Уңыштар, еңеүҙәр тураһында һорағым килә. Һеҙ уңышлымы, үткән йылдарҙағы ниндәй эштәрегеҙ тураһында һөйләгегеҙ килә?
—Тормоштоң күп осраҡтарында башлаған эшем, уйлаған ниәттәрем уңышлы булды. Үткән юлдарымды байҡап ултырам да, кешеләргә бик кәрәкле булған ҙур күләмле эштәр башҡарылған, тип уйлайым.
Сибай ҡалаһы хакимиәтендә башлыҡ булған осорҙа үҙәк майҙанда реконструкция эшләнде, сауҙа мәҙәниәт комплексы төҙөү, ҙур күләмле саралар үткәреү өсөн сәхнәне заманса итеп үҙгәртеү, кинотеатр асыу—былар барыһы ла ҡала халҡы өсөн ҙур ваҡиға булды. Ул ваҡытта шәхси бизнес менән шөғөлләнеүсе А.Г.Назаровтың ҡала өсөн ярҙамы ҙур ине. Ошо йылдарҙа асылған фонтандар, бәләкәй уңайлы кафелар, ҡунаҡханалар ҡаланың йөҙөн билдәләй, уңайлы итә. Еңеү паркы, мәңгелек ут мемориалы ҡала халҡының иң яратҡан иҫтәлекле урынына әйләнде. Элеваторҙа бик ҙур эштәр эшләнде, сит илдән инвесторҙар йәлеп ителде. Ябылыр сиккә еткән предпрятие заманса һулыш алды. Ошо осорҙа дәүләт ярҙамы менән күп ҡатлы етмеш йорт төҙөлөп кешеләрҙең иҫке йорттарҙан яңыға күсеүе, табиптарҙың ҡырҡ һигеҙ фатир алыуы—бер байрам булып иҫтә ҡалған. Ҡалала Балалар һынлы мәктәбе асыу үҙе бер ҙур тантана булды. Заманса йыһазландырылған, зауыҡлы мәктәптә бөгөн талантлы балалар тәрбиә ала. Уларҙың уңыштары Рәсәй кимәлендә билдәле. Сиркәүҙең ялтырап торған көмбәҙҙәре лә ошо осорҙа эшләнде. Отец Владимир менән күп аралашырға тура килде. Бик аҡыллы кеше тип ихтирам итәм. Ошо йылда Арҡайымда мәсет асылды, уны Йәрмөхәмәтов Руслан тигән шәп егет төҙөнө. Күңелемә ҡәнәғәтлек биргән тағы бер изге эш—ул биш балалар баҡсаһының сафҡа инеүе. Балалар баҡсаһы йәмғиәттең иң әһәмиәтле социаль мәсьәләһе тип, уйлайым. Алтын ҡасабаһында комплекс асыу тантанаһы—иң иҫемдә ҡалған ваҡиға. Кешеләрҙең шатлығы бар донъяны яҙ иткәндәй тойолдо.
—Күңелдәргә яҙ килтереү... Матур сағыштырыу. Етәкселәр өсөн эшләнгән эштәр яҙ кеүек булһа, эшләнеп бөтмәүе һалҡын көҙҙөр инде. Ундай хәлдәр ҙә барҙыр, бит?
—Сибай леспромхозы урынына «Леспром» исемле яңы ойошма төҙөлгәйне, үкенескә күрә, эшләп китә алманы. Яңы төҙөлгән кирбес заводы ла эшһеҙ тора. Төҙөлөш ойошмаларының тулы ҡеүәттә эшләмәүе күңелде ҡыра. Ситтән йәлеп ителгән, төҙөлөштә тәжрибәһе булмаған, әҙерлекһеҙ ойошмаларҙан файҙа юҡ. Ваҡытында Сибайҙа алты төҙөлөш ойошмаһы бар ине. Яңылышмаһам, бөгөн берәүһе генә эшләй.
Мәҙрәсәнең эшләнеп бөтмәүе күңелде ҡыра. Ваҡытында күп көс түгеп төҙөлгән мәҙрәсә бөгөн бик кәрәк тип иҫәпләйем. Алтмыш шәкерткә иҫәпләнгән, заманса итеп төҙөлгән мәҙрәсә эшләп торһа, дини белемгә һәм ғилемгә йәштәрҙе йәлеп итеп булыр ине. Минеңсә, уҡымышлы, белемле, телмәре үҫешкән, сабыр аҡыллы дини кеше—бик ҙур тәрбиәсе.
—Тормош юлын байҡағанда беҙ тәүге аҙымдарҙы иҫкә төшөрәбеҙ...
—Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһында спорт мәктәбендә тренер булып хеҙмәт юлын башланым. Сәм, дәрт, башлаған юлды бер ҡаршылыҡҡа ҡарамай үтеү миңә тәүге һөнәремдән, тип уйлайым. Үҙем уҡып сыҡҡан мәктәбемдә директор булып эшләй башланым. Уҡытыусыларыма, йәш коллегаларыма рәхмәтлемен, мине аңланылар. Бергәләп бик һөҙөмтәле, ижади эшләнек.
Етәксе булып алған тәжрибәм Баймаҡ районы мәғариф бүлеген етәкләгәндә, район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары, Баймаҡ ҡалаһы етәксеһе булғанда ла ныҡ ярҙам итте. Дәртләнеп янып эшләгән саҡтарымды ғорурланып иҫкә алам. Республикала тәүгеләрҙән булып атайҙар конференцияһы, «Бөрйән батыры» конкурсы, республикала тәүге балалар һабантуйы, төрдө бәйгеләр, ярыштар… Ҡыуанам, бөгөн дә Баймаҡта бик күп башланғыстар яңы биҙәктәр менән байытылып дауам итә.
—Почет грамоталарығыҙ, маҡтау ҡағыҙҙарығыҙ, миҙалдарығыҙ, билдәләрегеҙ бик күп күренә. Маҡталыуҙар күп булдымы?
—Әллә ни маҡтанып йәки артыҡ маҡталып та йөрөлмәне. Мәктәптә уҡығандан йыйылып килә ул грамоталар, билдәләр. Уларҙы алғанда күңелле булһа ла артыҡ иҫем китмәне. Иң ҙур наградам «Ал да нур сәс халҡыңа» тигән Ҡоролтайҙан бирелгән миҙал һәм Баймаҡ һәм Сибай ҡалаһынан «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» тигән маҡтау билдәһелер, тип уйлайым.
—Түрҙән төшһәң гүргә керҙем тимә, тиҙәр. Эштән китеүҙе күңелегеҙ нисек ҡабул итте?
—Тормош гел еңеүҙәрҙән генә тормай бит. Типһә тимер өҙөрҙәй саҡта үҙ мөхитеңдән ситләштерелгәс, пландар селпәрәмә килә. Бөгөн был хәлдәрҙе үлсәү табаҡтарына һалып ҡарағас, яҙмыш һынауы икәнен аңлайһың.
Берәү миңә, бейектән ҡолау бик анһат түгел ул тип, кинәйә менән төрттөргәйне. Рәхәт булды, күңелле тип әйтмәйем эштән китеүҙе. Ҙур пландар менән янып дәртләнеп йөрөгәндә, сабып барған дөлдөлдө туҡтатыуға тиң ул. Кемдер эскелеккә һабыша, кемдер үҙенә бикләнә. Мин ауыр ҡабул итмәйем. Берәү ҙә мәңгелеккә килмәй. Юғарыға менгән ерҙән лайыҡлы төшә белергә лә кәрәк. Был тормошта ерҙән ышаныслы, ныҡлы аҙымдар менән атлайым. Мин икенсе көнө үк Өфөгә юлландым, урман техникумына директор итеп эшкә саҡырҙылар. Тырыш коллектив, тыныс ҡына эш. Эшлә лә эшлә. Шулай ҙа иң ауыры Өфө тигән таш ҡалала йәшәү булды. Мин ауыл балаһына унда тын алыуы ла, ҡырмыҫҡа иләүеләй халыҡ араһында йөрөү ҙә ҙур ғазап. Йәштән ҡайҙа эшләһәм дә йортта мал тотоп йәшәнем. Иң яратҡан шөғөлөм—аттар. Егерме йылдан ашыу аттар тотам, һәр береһенең исемен, тоҡомон беләм. Уларҙан айырылыу иң ҡыйыны булды. Иң яҡын дуҫтарыңа хыянат иткән һымаҡ. Ике йыл Өфөлә эшләнем дә, рәхмәт әйтеп, ҡайтып киттем.
Дәрәжәле эштән киттем тип, көйәләнеп ултырырға ваҡыт та юҡ. Кешенән оялырлыҡ эштәр ҡылманым. Бәлки, ҡыҙыулыҡ менән кемделер үпкәләткәнмендер, кисерегеҙ, тип әйтер инем, мөмкин булһа .
—Рухыңа ҡурҡыу һәм ҡаушау ҡағылмаһын өсөн кешеләргә ныҡлыҡ кәрәк. Ҡайҙан алырға һуң ул ныҡлыҡты?
—Күңелемә, йәнемә тыныслыҡ, аңлау тапҡан ғаиләм бар, ныҡлыҡ һәм ышанысты унан алам. Ҡатыным Алтынбикә менән ике ул үҫтерҙек. Улдарым бәләкәйҙән бик тырыш, үҙҙалы булып үҫте. Икеһе лә юғары белем алып, матур ғаилә ҡороп, эшләп йөрөй. Иң яҡын дуҫтарым, кәңәшселәрем—улдарым
Айҙар һәм Хәсән. Ике ейәнебеҙ, ике ейәнсәребеҙ тормошто биҙәй. Килендәрҙән дә уңдыҡ. Һөйкөмлөләр, баҫалҡы, ябайҙар. Ошо түгелме кешегә ныҡлыҡ биргән төп сығаныҡ, төп байлыҡ.
—Өйөгөҙҙә кубоктар, грамоталар күп...
—Эйе. Күптәр быны белмәй. Бала саҡтан аттар яраттым. Элек-электән башҡорттоң иң тоғро юлдашы ат булған. Матди яҡтан ғына түгел, күңел ҡушыуы буйынса аттар тотам. Ә һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған кубоктар, грамоталар бәйгеләрҙә, спорт ярыштарында яуланған. Минең ярыш аттарым ҙур бәйгеләрҙә күп еңеүҙәр яуланы, улым Айҙар Сөләймәнов исеменән сығыш яһаны. Ул саҡтарҙы ғорурланып хәтерләйем. Урал аръяғында үткән һабантуйҙарҙа бер нисә йыл рәттән еңеү яуланыҡ. Кубоктарҙың береһен Өфө ҡа-лаһында Бөтә Рәсәй финансистары семинары хөрмәтенә үткәрелгән ярышта алдыҡ. Бәйгегә Ибица исемле бейә малын алып барғайныҡ. Ә бына Манчестр исемлеһе менән Ҡаҙағстандағы «Тыуған ер» тигән ҙур байрамда ҡатнашып, бүләк алдыҡ. Күп бәйгеләрҙә ҡатнаштыҡ. Бөгөн ярыш аттары менән шөғөлләнеү мөмкинлегем юҡ, сығымдар күп талап ителә. Ярыштарға тамашасы булып йөрөйөм, ярыш сәме, ярыш дәрте күңелдә йәшәй. Шуныһы ҡыуындыра: өс өйөр башҡорт тоҡомло йылҡым бар. Баласаҡта: «Кем булаһың, улым?»,—тип атайым һораһа, «Конюх»,—тип яуаплай инем. Атайым: «Улым, ҙур колхоздың етәксеһе булыр»,—тип ҡыуана торғайны. Колхоз председателе булмаһам да, йылҡы үрсетәм. Атайымдың теләге тормошҡа ашты.
—Һеҙҙең ҡулығыҙҙа идара итеү пульты булһа, тормошоғоҙҙың ҡайһы саҡтарын алыр инегеҙ, ҡайһы ваҡытта йәшәр инегеҙ?
—Барлыҡ үткән ғүмеремде, һәммә ваҡиғаларҙы ла алам. Улар барыһы ла минеке—еңеүҙәрем, шатлыҡтарым, һағыштарым, юғалтыуҙарым. Юғалтыуҙарым бөгөнгө көндө, ҡулдағы бәхетте ҡәҙерләргә өйрәтте, ауырлыҡтар сыныҡтырҙы. Иң сетерекле мәлдә лә өмөттө өҙмәй, яҡшы киләсәккә ышанысты юғалтмау—кешегә йәшәү көсө бирәлер.
—Ҙур рәхмәт, ҡарттар әйтмешләй, эс бүҫкәргәнсе һөйләштек. Хәлит Хәмзович, юбилейығыҙ ҡотло булһын!
—Рәхмәт!
Луиза Дәүләтшина,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

 

Автор:Резеда Валиева