Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Июль 2022, 11:45

УҘАМАН ТӘБРИКЛӘНДЕ

Сәфиуллиндар 66 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Оло булһалар ҙа уларҙы күңел көрлөгө ташламаған. 90 йәшлек олатай әле лә машина йөрөтә.

УҘАМАН ТӘБРИКЛӘНДЕ
УҘАМАН ТӘБРИКЛӘНДЕ

Хәйбулла районында ололарҙы тәбрикләү дауам итә. Әбделнәсир ауылында йәшәүсе Бәҙғетдин Заһритдин улы Сәфиуллинды 90 йәше тулыу менән ҡотланылар. Уға Башҡортостан Башлығы һәм хакимиәт башлығы исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Бәҙғетдин олатай сығышы менән Мәсетле районынан. Заманында сиҙәм күтәреү өсөн Хәйбулла районынан килә һәм ошонда төпләнә. Оҙаҡ йылдар Матрай, Хәйбулла совхоздарында механизатор булып єшләй. ҡатыны Кинйәбикә менән бына инде 66 йыл иңгә-иң терәшеп татыу йәшәйҙәр. Улар 10 балаға ғүмер биргән. Әле 15 ейән-ейәнсәрҙәре, 18 бүлә-бүләсәрҙәре бар.

—Күпйәшәребеҙ серен асты-ғүмерҙә ла тәмәке тотоп та ҡарамаған, бар булмышы - эш , ошо көнгә тиклем бесән сапҡан, бал ҡорттары тота, мөләйем, матур, төплө итеп һөйләй, балаларына ҡыуанып ,уларҙың уңыштары менән ғорурланып , ике оноғоноң армия сафынан имен ҡайтыуҙарын, илебеҙҙә именлек булыуын теләп ултыралар арҙаҡлы ғаилә пары. Әҙерәк ҡолаҡ насар ишетеүе , күҙҙең насар куреүе ҡамасаулаңҡырай, ләкин аяттарға, ҡунаҡҡа үҙенең машинаһында һаман руль артында үҙе йөрөй, ветерандарыбыҙға һаулыҡ, күңел көрлөгө, хәйерле, бәрәкәтле ҡартлыҡ теләйем, балалары ҡарамағында, уларға таяныс булып йәшәһендәр уҙамандар,—ти яҡташтары Рыҫбикә Аллағолова.

 

Фото һәм мәғлүмәт Хәйбулла районы хакмиәтенең социаль селтәренән алынды.

Автор:Резеда Валиева