АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
6 Июль 2022, 17:25

Республиканың иң ҙур наградаһын алды

Ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова бер төркөм урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә, шәфҡәт туташтарына, педагогтарға, мәшғүллек үҙәге инспекторҙарына, иҡтисадсыларға, бухгалтерҙарға, тәрбиәселәргә һәм министрлыҡ аппараты хеҙмәткәрҙәренә, түләүҙәр буйынса белгестәргә, етәкселәргә һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова ла бар. Яҡташыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының иң ҙур наградаһы—Почет грамотаһы менән билдәләнде.

Республиканың иң ҙур наградаһын алды
Республиканың иң ҙур наградаһын алды

Роза Равзат ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Роза Равзат ҡыҙы ҡайҙа ғына эшләһә лә беҙҙең “Атайсал” төбәк гәзите менән һәр саҡ тығыҙ хеҙмәттәшлек итте, Хәйбулла ла уның тиражын арттырыуға тос өлөш индерҙе. Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә! 

Автор:Гульдар Кадаева