Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Июль 2022, 08:45

Донъяның асылын аңлағыҙ

Айбулат Уразбахтин сибайҙарға уңышлы эшләгән эшҡыуар булараҡ таныш. Әммә күптәр уның донъяның асылын, мәғәнәһен аңлатырға тырышҡан остаз булыуын белмәй. Тап уның менән һөйләшкәндән, аралашҡандан һуң бөтә нәмәгә ҡараштар үҙгәрә, йоҡлап ятҡан аң уяна. Күптәр йәшәү мәғәнәһен аңламағанлыҡтан, ҡартайғансы туҡтамай эшләй, донъя ҡыуа, матди байлыҡ туплай. Һөҙөмтәлә нимә: фанилыҡтағы фанила ҡала. Беҙҙе тыуҙырыусы, юҡтан бар итеүсе алдына ниндәй йөк менән барып баҫабыҙ? -Тәнде генә түгел, йәнде лә таҙартырға кәрәк, — ти Айбулат Уразбахтин.-Кеше тәнен йыумаһа, уның янына барып булмаясаҡ, яман еҫ сығасаҡ. Күңелде таҙартмаһаң да шул уҡ хәл була. Күңел таҙалығына ынтылырға, кешегә үпкә һаҡламаҫҡа кәрәк. Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Айбулат Алик улы ойошторған әңгәмә-лекцияла уйланырлыҡ, фәһем алырлыҡ бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яңғыраны. Эшҡыуар, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Айбулат Уразбахтин һеҙҙең яҡтарҙа ошондай осрашыуҙар уҙғарыуын ишетһәгеҙ, һис шикһеҙ, барығыҙ. Үкенмәҫһегеҙ 👋

Донъяның асылын аңлағыҙ
Донъяның асылын аңлағыҙ

Сара һуңында фекерҙәр менән бүлештеләр.

Дамир Ҡаһарманов, уҡытыусы:

-Кешелектең яҡынса 18% кәрәкле информацияны һайлап алып үҙ аллы һығымта яһай ала, ә генерировать иткәндәре унан да әҙ. Бөгөнгө йыйылыусылар шул 18% инәлер тип уйлайым) Айбулат Аликович әйтте мин уйлап сығарған нәмәләр түгел тип, ләкин ул шуларҙы үҙе аша үткәреп үҙенең күҙ аллауын, концепцияһын төҙөгән, һәр кешегә  аңлашылырлыҡ итеп ябайлаштырған, системаға һалған. Был ҙур эш. Бик ҡыҙыҡ үтте лекция, бигерәк

тә ғаилә эсендәге бәйләнештәрҙе күҙ аллау миңә оҡшаны. Рәхмәт Айбулат ҡустыға. Киләсәктә лә дауам итергә кәрәктер, бәлки беҙҙең арала барҙыр сығыш яһарға теләүселәр. Аҙағын диспут менән тамалап ҡуйғанда тағы ла ҡыҙығыраҡ булыр ине.

Автор:Гульдар Кадаева