АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
16 Май 2022, 08:40

ЙЫЛАЙЫРҘА ШУНДАЙ ҒАИЛӘ БАР

Йылайыр ауылында йәшәүсе ишле, өлгөлө Такаловтар ғаиләһенең башлығы Илфат Ильяс улына  Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының юғары наградаһы--«Атай ҡаһарманлығы» («Отцовская доблесть») Дипломы тапшырылды.

ЙЫЛАЙЫРҘА ШУНДАЙ ҒАИЛӘ БАР
ЙЫЛАЙЫРҘА ШУНДАЙ ҒАИЛӘ БАР

Күптән түгел район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт алдынғыларын, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларҙы хөрмәтләү тантанаһы булып үтте. Был мәртәбәле сарала Йылайыр ауылында йәшәүсе ишле, өлгөлө Такаловтар ғаиләһенең башлығы Илфат Ильяс улына  Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының юғары наградаһы--,,Атай ҡаһарманлығы,, (,,Отцовская доблесть,,) Дипломы тапшырылды.

     Ғаилә парҙары  Илфат Ильяс улы менән Айгөл Фәрит ҡыҙы сирек быуат бергә йәшәү осоронда биш балаға ғүмер бүләк иттеләр. Ғаилә башлығы Башҡорт дәүләт университетының Сибай  институтында юрист һөнәрен ала, һалым хеҙмәтендә, район хакимиәтендә эшләй, хәҙер тиҫтә йылдан ашыу һаҡлыҡ банкаһы коллективын етәкләй. Хәләл ефете Айгөл Фәрит ҡыҙы Өфөлә юғары белемле уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә, мәктәптә эшләй, бөгөн ЗАГС бүлегендә хеҙмәт итә. Такаловтарҙың өс балаһы тыуғас, Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов уларға яңы төҙөлгән йорттоң асҡысын тапшыра һәм йәштәргә ғаилә бәхете теләй, өс малай янына тағы ла сәскәләй ҡыҙ ҙа кәрәк бит, тип шаяртып ала. Йылдар үтеү менән бәрәкәтле йорт, татыу ғаилә бер ҡыҙға, бер малайға тулылана. Күп балалы әсә Айгөл Фәрит ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә.

   Мәктәп йылдарынан уҡ спорт менән етди шөғөлләнгән атай кеше балаларын да физик яҡтан ныҡлы булып үҫеүҙәренә ҙур иғтибар бирә, ә хужабикә, оҫта бейеүсе булараҡ танылыу алған шәхес булараҡ, сабыйҙары күңеленә мәҙәни, рухи тәрбиә һалырға тырыша. Ҡасандыр бокс буйынса ил күләмендә үткәрелгән турнирҙа еңеүҙәр яулаған, республика рингтарында күп тапҡырҙар призлы урындар алған ,тыуған районында бокс түңәрәген ойошторған Илфат Ильяс улы улдарында ла ошо ҙур таһыллыҡ, ҡорос ихтыяр көсө талап иткән спорт төрөнә йәлип итә. Бөгөн иһә Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курсында уҡып йөрөгән игеҙәк улдары Айгиз менән Нургиз бокс буйынса Бөтә Рәсәй, Волга буйы федераль округы, төбәк- ара ярыштарында чемпион исеменә бер нисә тапҡыр лайыҡ булдылар. Улар хатта кикбоксинг буйынса Анапа ҡалаһында үткәрелгән Донъя кубогы турнирында бронза миҙалы яуланылар. Әйткәндәй, Айгиз менән Нургиз 2015 йылда, билдәле режиссер Айнур Асҡаровтың «Әсә» кинофильмында төп ролдәрҙә уңышлы уйнап, һәләтле, өмөтлө артистар булып танылдылар. Хәҙер был егеттәр үҙҙәре белем алған университеттың барлыҡ спорт һәм мәҙәни сараларының уртаһында ҡайнай.

    Такаловтарҙың өлкән улдары Алмаз  да бәләкәйҙән спор яратып үҫте, әммә  бейеү сәнғәтенә  булған һөйөүе, тәбиғәттән бирелгән һәләте тора-бара уны тулыһынса мәҙәниәт донъяһына сумдыра, бар булмышын биләп ала. Тәүҙә ул «Байыҡ» республика балалар бейеү бәйгеһендә  еңеү яулай һәм «Артек»та ял итеп ҡайта, ә бер нисә йылдан иһә олораҡ башҡарыусылар араһында бейеү конкурсының төп призы—Гран-приға эйә була. Үҙе тамамлаған Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында ла, Башҡорт дәүләт аграр университетында ла Алмаз алыштырғыһыҙ бейеүсе-солист булып танылды. Бөгөн дә ул ошо белем йорттарының халыҡ бейеү ансамблдәре менән тығыҙ ижади бәйләнештә. Ошо коллектив менән уға Италия сәхнәләрендә һәм бик күп Рәсәй ҡалаларында сығыш яһау бәхете тейҙе. Үткән йыл Алмаз ғаилә ҡороп, Өфөлә төпләнде.

    Был ишле ғаиләнең бәләкәй ағзалары –Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 4-се класс уҡыусыһы Рушана һәм балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе  5 йәшлек Айназ да-- бейеү-йырға  маһирҙар, спортты үҙ итәләр. Уларҙың яулайһы уңыштары алда әле. Такаловтарҙың тулы ғаилә менән баш ҡалала «Байыҡ» конкурсында еңеү яулауында был бәләкәйҙәрҙең дә өлөшө ҙур булды. Улар шулай уҡ «Спорт һөйөүсе ғаилә» төбәк-ара бәйгеһендә лә әүҙем ҡатнаштылар.

      Илфат Ильяс улы хеҙмәт коллективында абруйлы етәксе, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем  шәхес. Йылайыр ауыл Советына ҡараған һайлаусылар бына бер нисә саҡырылыш рәттән уны үҙҙәренең депутаты итеп һайлай, мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләр комитеты рәйесе йөгөн дә  тарта ул. 2008 йылды илебеҙҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителгәс, И.И.Такалов Башҡортостан делегацияһы составында Мәскәүҙең Кремль һарайында Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәт Рәйесе ҡатнашлығында үткәрелгән тантанаға саҡырылды , ә былтыр ул Өфөлә республикабыҙҙа беренсе тапҡыр ойошторолған Атайҙар ҡоро делегаты булды.

     Бына шундай матур, күптәргә өлгө булырлыҡ дан ғаилә йәшәй Йылайырҙа.

 

                                                                                    Нәсимә Арсланова.

      Һүрәттәрҙә: ғаилә башлығы Илфат Ильяс улы Такалов, ишле ғаилә бергә йыйылғанда.

Автор:Резеда Валиева