Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Апрель 2022, 18:20

ҮҘЕ ЛӘ, ШИҒЫРҘАРЫ ЛА ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ

22 апрель олораҡ быуын өсөн ябай көн түгел, шулаймы? Был көндө һәр кем Пионерҙар сафына алынған. Ә бына билдәле шағир, йырсы Фәнис Сирбаевты был сафҡа индермәгәндәр. Ни өсөн?

ҮҘЕ ЛӘ, ШИҒЫРҘАРЫ ЛА ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ
ҮҘЕ ЛӘ, ШИҒЫРҘАРЫ ЛА ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ

Билдәле, талантлы шағир, күп йырҙар авторы һәм уны башҡарыусы Фәнис Сирбаевты ни өсөн пионерҙар сафына алмағандар?

 Фәнис Сирбаев Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуып, йәмле Шүлкә ауылында ҡартатай-өләсәй тәрбиәһе алып үҫкән. Уның нәҫеле бик талантлы, сәсән телле, моңло. Заманында Фәнистең ҡартатаһы Нәбиулла сәсән бик билдәле шәхес булған. Ул торған ерҙән шиғыр сығарып, шуны йыр аша әйтеп биргән. Бер заман: “Колхоздары ҡаҙалырмы икән, колхоздары таралырмы икән”, - тип шиғыр юлдары ысҡындырған. “Колхозға ҡаршылығың бармы?” тип бәйләнгәстәр, Нәбиулла: “Юҡ, колхоз ҡаҙ алырмы икән, колхоз тары алырмы икән, тинем бит”,--тигән. Үткер теле, сослоғо һәм һүҙҙәрҙе “уйната” белеүе менән һәр төрлө хәлдән дә сыға алған ул.

Бөгөн Фәнисте нәҡ ошо ҡартатаһы Нәбиуллаға оҡшаталар. Үҙе шиғыр сығара, үҙе йырлай, ә теле “әсе”, үткер, фекере тос.

Ысынлап та, Фәнистең ҡайһы ғына шиғырын алһаң да унда тәрән мәғәнә ята. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына шиғыр һымаҡ, ә мәғәнәһе уйландырырлыҡ. Ә йырҙары илата, моңландыра.

Фәнистең үҙе лә шиғырҙары кеүек. Ҡарап тороуға яп-ябай кеше. Ҡупраймай ҙа, маҡтанмай ҙа, нисек бар шулай һөйләшә.

Бөгөн Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында Фәнис Сирбаевтың күптән генә түгел донъя күргән “Дауыл” китабына арналған ижади кисәһе үтте. “Был китапты сығарыу ауырға төштөмө?” тигән һорауға, ул былай тип яуапланы:

--Хәҙер танышлыҡ заманы. Кемдең танышы бар—шуны китабы сиратһыҙ тиҙерәк сыға. Ә мин улайтып ярамһаҡланып йүгергеләй торған кеше түгелмен. Бер ҡосаҡ шиғырҙарымды З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә алып барып ҡалдырҙым да оноттом. Килеп сыҡҡанын үҙем дә белмәй ҡалдым. Илһамланып яҙған шиғырымды күргән Илһамға рәхмәт (“Китап” нәшриәтенең ул саҡтағы директоры Илһам Йәндәүләтов),--ти Фәнис.

Сара барышында шағирға бала сағы хаҡында күп кенә һорау бирҙеләр. “Мәктәптә нисек уҡының?” тигәнгә: “Уҡыманым, барам да “2” ала инем, барам да “2” ала инем. Шуға ла мине 22 апрель көнө пионерҙар сафына алманылар. Бары тик 14 май ғына пионер булдым”,--тип көлә Фәнис.

Шулай ҙа әҙәбиәткә булған һөйөүен йәшермәне Фәнис. Хатта шағирҙың ижад кисәһенә уның мәктәптәге башҡорт теле уҡытыусыһы Зөбәйҙә Ҡолморҙина килгән ине. Ул бик матур итеп уҡыусыһының ижадына байҡау яһаны. “Фәнистең үҙе лә, шиғырҙары ла, хатта шиғырҙарының атамаһы ла үҙенсәлекле”,--тине ул.

Билдәле булыуынса, Фәнис Сибай институтының филология факультетын тамамлаған. Уҡыу йортондағы уҡытыусылары килмәһә лә сәләм хаты ебәргән ине. Улар ҙа студенттарының үтә лә үҙенсәлекле шәхес булыуын билдәләй. Уларҙы тыңлағас, шундай уйға киләһең: талантҡа диплом кәрәкме ни?! Фәнис тә был тәңгәлдә шаяртып яуап бирә: “Йыйынтыҡ сыҡҡан һайын биография бирәләр. Биография һайын “СПТУ тамамлаған” ти ҙә яҙалар. Ошо һүҙҙе күрһәтмәҫ өсөн генә уҡыным”.

Ысынлап та, Фәнискә диплом кәрәкмәйҙер ҙә. Нәҫеленән килгән талантты бер нисек тә юйып та, юғалтып та булмай. Һәм бөгөн Фәнис ниндәйҙер исемдәр алыу өсөн дә тырышмай... Әммә уны халыҡ ярата. Бөгөнгө ижад кисәһенә килеүселәр ҙә уға: “Ниңә ижад кисәләреңде тар аудиторияла, китапханала ғына үткәрәһең? Ҡала кимәленә--филармония сәхнәһенә сыҡ”,--тип кәңәш итте.

 Ысынлап, ә ниңә сыҡмаҫҡа? Бөгөн уның йырҙарын бик күптәр башҡара. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов, Баязит Байназаров. Әйткәндәй, бөгөнгө сараны нәҡ улар йырҙары менән биҙәне. Фәнис Рәйес улы үҙе лә йырланы, шиғырҙарын уҡыны.

 Шиғыр, моң байрамынан дәрт алып, ҡанатланып ҡайттыҡ. Ойоштороусыларға—китапханасыларға оло рәхмәт!

Автор:Резеда Валиева