Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Март 2022, 14:45

ҠОЛСОРА УҘАМАНЫ

--Һәр төрлө китаптар, журналдар уҡырға яратам. Поль Брэгг тигән авторҙың “Чудо голодания” тигән китабын бөтәгеҙгә лә тәҡдим итер инем. Беҙ шуның тәғлимәттәре буйынса йәшәйбеҙ. Ит ашамаҫҡа, күберәк йәшелсә, емеш-еләк ашарға тырышабыҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр 24-36 сәғәт асығып алабыҙ. Бер көн ас торғандан һуң, сей кишерҙе, сөгөлдөрҙө, алманы, кәбеҫтәне ҡырҡыстан үткәреп, шул тураманы ашап ҡуябыҙ. Был бик файҙалы. Күберәк һыу эсергә тәҡдим итәбеҙ. Бөгөнгө сәйҙәргә ышаныс юҡ,--ти Фәрит Әғзәм улы.

ҠОЛСОРА УҘАМАНЫ
ҠОЛСОРА УҘАМАНЫ

Баймаҡ районы Ҡолсора ауылына юл төшкәс, ауыл хакимиәтендә Фәрит Баязитов атлы уҙаман менән мотлаҡ күрешергә тәҡдим иттеләр. Был беҙҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Кем һуң ул?
Осрашырға ниәтләп, әйтелгән адрес буйынса юлландыҡ. Барып ингәндә ишек алдындағы беседкала өҫтәлде рәтләп ултыртып йөрөгән олатайҙы күрҙек.
--Һаумыһығыҙ, олатай. Беҙгә Фәрит Баязитов кәрәк ине.
--Мин булам!
--Һеҙҙең менән танышырға килдек.
--Әйҙә, танышайыҡ. Тик минең әбейем бар,--тип мәрәкәләне ул.
Танышып, килеү маҡсатыбыҙҙы әйткәс, өйгә үттек. Ыҡсым ғына нурлы, яҡты, йылы өйҙә беҙҙе Гөлйемеш Хәйбулла ҡыҙы ҡаршы алды. Баязитовтарҙың иңгә-иң терәп татыу йәшәүҙәрен дәлилләп бергә төшкән фотолары тора. Унда “55 йыл бергә” булыуҙары күрһәтелгән. Быйыл бергәләп 56-сы яҙҙарын ҡаршы алалар икән. Икеһе лә уҡытыусы. Фәрит Әғзәм улы оҙаҡ йылдар Ҡолсора мәктәбендә физкультуранан уҡытһа, Гөлйемеш Хәйбулла ҡыҙы башланғыс кластарға белем биргән. Улар—ауылдың оло ихтирамға лайыҡ хөрмәтле кешеләре, Башҡортостан, СССР, Рәсәй кимәлендәге Почет грамоталарына эйә булған Рәсәй халыҡ мәғарифе отличниктары. Ғаилә башлығы В.А.Сухомлинский миҙалына ла лайыҡ булған.
Әйткәндәй, Фәрит Әғзәм улы 61 йәшкә тиклем мәктәптә уҡытыуын дауам иткән, балалар менән бергә йүгергән, һикергән, саңғыла шыуған. Шуға бөгөн, 81 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, егеттәрсә тура, еңел кәүҙәле. Мәғариф ветераны әле лә спорттан айырылмай. Өҫтәүенә сәләмәт тормош алып бара, ауылдаштарын да шуға өндәй.
--Һәр төрлө китаптар, журналдар уҡырға яратам. Поль Брэгг тигән авторҙың “Чудо голодания” тигән китабын бөтәгеҙгә лә тәҡдим итер инем. Беҙ шуның тәғлимәттәре буйынса йәшәйбеҙ. Ит ашамаҫҡа, күберәк йәшелсә, емеш-еләк ашарға тырышабыҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр 24-36 сәғәт асығып алабыҙ. Бер көн ас торғандан һуң, сей кишерҙе, сөгөлдөрҙө, алманы, кәбеҫтәне ҡырҡыстан үткәреп, шул тураманы ашап ҡуябыҙ. Был бик файҙалы. Күберәк һыу эсергә тәҡдим итәбеҙ. Бөгөнгө сәйҙәргә ышаныс юҡ,--ти Фәрит Әғзәм улы.
Баязитовтарҙың йәнә бер матур ғәҙәте бар. Улар яҙҙан көҙгәсә үләндәр йыя. “Аяҡ аҫты тулы шифалы үлән. Тупһанан төшкәс тә ишек алдында йыя башлайбыҙ, унан туғайға, урманға сығабыҙ. Белһәң, уларҙың барыһы ла файҙалы. Уларҙы “мискә” өсөн ҡулланабыҙ”,--ти Баязитовтар.
“Мискәһе нимә ул?”—тигән һорау тыуалыр. Күптәр шифахаларҙа дауаланыусыларҙың баштарын ғына күрһәтеп бер “мискә”лә ултырғандарын күргәне барҙыр. Фәрит Әғзәм улы уны үҙе эшләп алған да мунса соланына урынлаштырған. Һәр төрлө үләндәрҙе төнәтеп, шуның боҫонда ултыралар икән.
--2020 йылда бер журналда уҡығайным. Бер ирҙең аяғы боҙолоп китә лә уны табиптар ҡырҡырға хәл итә. Улы атаһын йәлләп, кедрҙан мискә эшләй һәм атаһын үләндәр төнәтмәһе боҫона ултырта башлай. Ошо уның атаһын аяҡлы килеш ҡалдыра ла инде. Был хаҡта уҡығас, дәртләнеп киттем. Электән “мискә” файҙаһын ишетеп белә инем инде. Эшләп алдым. Ысынлап та унда ултырғандан һуң быуындар һыҙлауы баҫылды, үҙебеҙҙә көс тоябыҙ,--ти Фәрит ағай.
Фәрит Әғзәм улы мискә генә түгел, башҡа әйберҙәрҙе лә үҙе эшләй. Ағас эшенә оҫта ул. Өйөндәге ултырғыстарҙы, өҫтәлдәрҙе үҙе эшләгән. Уның был һәләтен белеп күптәр заказ биргән. Заманында ауыл мәктәбенә ул ултырғыстар эшләп бирә. “Пенсияла булыуыма 20 йыл, мәктәптә әле лә шул ултырғыстар ултыра”,--тип ҡыуана Фәрит Баязитов. Хатта Граф турбазаһына ла ултырғыстар эшләгән ул. Бөгөн, оло йәшкә етһә лә, мәҡәләбеҙ геройы үҙенең оҫтаханаһына инмәй түҙмәй. Беҙ барған көндө ейәнсәренә бәүелеп ултырмалы ултырғыс эшләй башлаған ине.
Заманында районда береһенән-береһе көслө физкультурниктар тәрбиәләгән уҙаман бөгөн барса халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға өндәй. Әйткәндәй, үҙе эскелек, тәмәке тартыу кеүек алама ғәҙәттәргә ҡырҡа ҡаршы. Күберәк хәрәкәтләнеү, дөрөҫ туҡланыу—һаулыҡтың төп нигеҙе, ти ул. Ғөмүмән, Баязитовтар үҙҙәренең өс балаһына, ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, бик күптәргә үрнәк булырлыҡ шәхестәр.
Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева