АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Март 2022, 08:00

Бөрйән ерендә йыйын

Йылайырҙан Бөрйәнгә таң менән ҡуҙғалдыҡ. Матур юлдаштар тура килеп, оҙон юлдың бер мәшәҡәте лә беленмәй барып еттек. Юғары кимәлдә ойошторолған «Ижади майҙан»да ҡатнашырға шулай насип булды. Билдәле шәхестәр, арҙаҡлы артистар, матур әңгәмәселәр, элекке һәм яңы таныштар, дәрт, илһам, рух менән Урал батыр ере Бөрйәндә күңелебеҙҙе байыттыҡ, ял иттерҙек,рухи аҙыҡ тупланыҡ,фекер алыштыҡ! Ул тиклем дә күркәм саранан ситтә ҡалмағаныбыҙға ихлас ҡыуандыҡ.

Бөрйән ерендә йыйын
Бөрйән ерендә йыйын

Шәп сәфәр, шәп осрашыу, шәп сара үтте. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған тип аталған күсмә сараға беҙгә ышаныс бағлап оҙатҡан район етәкселеге Борис Николаевич Мелкоедовка, Александр Васильевич Коротковка, директорыбыҙ Илнур Илдус улы Букановка, Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Зөһрә Зәйнуллинаға, беҙҙе ҡара таң тимәй оҙатып, кис тимәй ҡаршылап торған хакимиәтебеҙ башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тутмановҡа оло рәхмәтлебеҙ.

Сәйәхәттә ысын юлдаш була белгән Ҡашҡар, Матрай, Юлдыбай ҡыҙҙарына ҡайнар сәләм! Һеҙҙең м-н хәтәр күңелле, рәхәт, шуға рәхмәт!

Барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ торһон. Амин.

 

Бөрйән ерендә йыйын
Бөрйән ерендә йыйын
Бөрйән ерендә йыйын
Бөрйән ерендә йыйын
Автор:Гульдар Кадаева