+17 °С
Болотло
Сибай моделле крайҙы өйрәнеү китапханаһында үткән китаптың исем туйында эшҡыуар хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде.
Әҫәрҙә тормошо сағылған Вилүр Зиннәт улы һәр ваҡыт "Кешенән яҡты эҙ ҡалырға тейеш!" тип ҡабатларға яратҡан. Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында тыуған, Ишбирҙенең һыуын эсеп, саф урман һауаһын һулап,тәбиғәтенән рух көсө алып үҫкән шәхестең ғүмере юлы берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Китап Сибай һәм Баймаҡ ҡалаһы магазиндарында һатыуҙа бар. Әлеге ваҡытта Таңһылыу Йәнтүрина "Хаж сәфәре" йыйынтығы өҫтөндә ныҡышмал эшләй.