Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Февраль 2022, 09:10

Айыҡ никах, айыҡ туй -- бына ҡайҙа тантана!

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы йәштәрҙең тормошо ошолай саф, таҙа башланырға тейеш тип иҫәпләй. Беҙ ҙә уларҙың башланғысын хуплайбыҙ һәм бер-береһен яратҡан кейәү-кәләш шараптан түгел, мөхәббәттән иҫерһен!

Хәйбулла районында бер-берен табышып, ҡауышып, күркәм ғаилә ҡорған йәштәр һаны арта. Бәләкәй Арыҫланғол ауылында ла быйыл ике егәрле һылыу ҡыҙ кейәүгә сығып, никах туйҙары үткәргән.

Айыҡ бата, айыҡ туй Флорида һәм Мәргән Теләүғоловтар ғаиләһендә гөрләне. Улар Гөлдәниә ҡыҙҙарына шатлык, бәхет теләп, халыҡ йолаларын үтәп, килен булып төшкән ереңә -- Атингән ауылына таштай булып бат, тип изге теләктәр теләп оҙатҡан.

Фәнүзә һәм Айрат Суриндарға ла ҡыҙҙарын оло тормош юлына сығарыу, кейәүле булыу бәхете насип булды. Уларҙың күҙ ҡараһылай һаҡлап ҡына үҫтергән Әлиәләре Быҙаулыҡ ауылына килен булып төштө.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы йәштәрҙең тормошо ошолай саф, таҙа башланырға тейеш тип иҫәпләй. Беҙ ҙә уларҙың башланғысын хуплайбыҙ һәм бер-береһен яратҡан кейәү-кәләш шараптан түгел, мөхәббәттән иҫерһен!

Айыҡ никах, айыҡ туй -- бына ҡайҙа тантана!
Айыҡ никах, айыҡ туй -- бына ҡайҙа тантана!
Автор:Гульдар Кадаева