АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Февраль 2022, 20:20

СЕПТӘ ҺУҠТЫ ЕГЕТТӘР

Элек ата-бабалар, әсәй-өләсәйҙәр үҙҙәренә кәрәк нәмәне әллә ҡайҙа барып эҙләп йөрөмәгән, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән үҙҙәре эшләп алған. Мәҫәлән, ир-егеттәр септә һуҡҡан. Элекке шөғөлдөң тергеҙелеүе ҡыуандыра.

Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында септә һуғыу серҙәренә өйрәнделәр.

--Егет кешегә - етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Вәзәм ауылы клубында септә һуғыу буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Әбеш ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе, Әбеш мәктәбенең элекке директоры Фазылйән Айса улы үткәргән оҫталыҡ дәресендә ысын мәғәнәһендә боронғо ваҡытҡа ҡайтып, атайҙарҙың септә һуғып ултырған ваҡыттары иҫкә төштө. Ә Азамат Ғәлиев малайына өйрәтә башланы, быуындар күсәгилешлеге шулдыр инде,--ти Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Юнысов.

Әйткәндәй, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы (Вәзәм) "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша. Уңыштар.

Автор:Резеда Валиева