АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Февраль 2022, 17:05

ЮЛАЙ ҺӘМ ҠУРАЙ

Оҫта йәш ҡурайсыларыбыҙҙың булыуы ҡыуандыра. Шуларҙың береһе - Юлай Ҡасимов. Тиҙҙән ул шоу-концерт ойошторасаҡ.

ЮЛАЙ ҺӘМ ҠУРАЙ
ЮЛАЙ ҺӘМ ҠУРАЙ

Юлай Ҡасимовтан шоу-концерт!

13 март сәғәт 19:00-лә “Торатау” Конгресс-холында билдәле ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың шоу-концерты уҙғарыла.

Музыкаль тамаша тыңлаусыларҙы ҡурайҙың тарихы һәм башҡорт көйҙәре менән таныштырасаҡ. Тамашасылар музыка донъяһына сумыу һәм башҡорт ҡурайының хәҙерге яңғырашын баһалау мөмкинлеген аласаҡ. Кисәне шулай уҡ башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары Рәфис Сирусин, Әлфиә Ниғмәтуллина, ҡыл-ҡумыҙсы Зәлиә Ғәниәтуллина һәм легендар «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле биҙәйәсәк. Сара өҫтөндә ҙур профессиональ команда эшләй һәм уларҙың әйтеүенсә, был концерт йыл ваҡиғаһы буласаҡ.

Билеттарҙы ошо һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин: https://www.culture.ru/events/1626683/koncert-yulaya-kasimova . Концерт Пушкин картаһы программаһында ҡатнаша.

 

Белешмә:

Юлай Касимов - «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы, Башҡортостандың алдынғы ҡурайсыларының береһе, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, республика конкурстары еңеүсеһе. Рәсәй ҡалалары, яҡын һәм алыҫ сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була. Республикабыҙ исеменән Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙыстанда, Төркиәлә, Кипрҙа, Италияла, Болгарияла, Испанияла, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә сығыш яһаны.

 

Наҙгөл Ҡасимова.

Автор:Резеда Валиева