АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Февраль 2022, 15:55

ЯҠШЫ КЕШЕНӘН ЯҠТЫ ЭҘ ҠАЛА

Үҙең китһәң, был донъяла эҙең ҡалһын, Эҙең ҡалмаһа, бер ипле һүҙең ҡалһын. Аҙашҡандар эҙҙәреңде һуҡмаҡ итер, Өшөгәндәр һүҙҙәреңде усаҡ итер...

ЯҠШЫ КЕШЕНӘН ЯҠТЫ ЭҘ ҠАЛА
ЯҠШЫ КЕШЕНӘН ЯҠТЫ ЭҘ ҠАЛА

Күптән түгел генә 72 йәшен тултырған Сабирйән Йәрмөхәмәт улы Байназаровтың ҡапыл баҡыйлыҡҡа күсеүе көтөлмәгән хәл булды. Интернет селтәрендәге төркөмдәрҙә Ирәндек төбәгендәге ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең уның тураһындағы яҙмаларын уҡып, Сабирйән Йәрмөхәмәт улының, ысынлап та, үҙ халҡының ысын патриоты, күркәм холҡо, донъялыҡта башҡарған изге ғәмәлдәре менән үҙен белгән бөтә кешенең оло ихтирамын яулаған шәхес булғанына инанаһың. Әле генә сәхнәләрҙән төшмәй ҡурай уйнап, халыҡ йырҙарын йырлап, спектаклдәрҙә төрлө ролдәр башҡарып, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йөрөгән кешенең ҡапыл китеп барыуына әле лә күңел ышанып етмәй.

Сабирйән Йәрмөхәмәт улы һоҡланғыс тормош юлы үтте. Йәрмөхәмәт менән Хәнифәнең ғаиләһендә кинйә бала булған Сабирйәнгә тыуған төйәгенә, халҡының йыр-моңона һөйөү коммунист, парторг, ауыл советы рәйесе булып эшләп, колхоздың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, эш араһында улдарын ҡурайҙа уйнарға өйрәткән атаһынан һәм халыҡ йырҙарын, уларҙың тарихын яҡшы белгән әсәһенән килә. Түбә урта мәктәбен тамамлағас, өс йыл Төньяҡ хәрби-диңгеҙ диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп, өлкән лейтенант званиеһында ҡайта. Артабан Өфөләге ауыл хужалығы институтына көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Институтта эшләп килгән ҡурай өҫтәлмә һөнәр биреү факультетына йөрөп, ноталарҙы өйрәнә, шуны раҫлаған таныҡлыҡ (сертификат) ала. Институттың ҡурайсылар ансамбле менән даими сығыш яһай. Юғары белемле белгес Ирәндек совхозы бүлексәләрендә агроном, иҡтисадсы, идарасы, баш агроном, рабочком рәйесе, Күсей ауылы хакимиәте башлығы һәм бер үк осорҙа Баймаҡ районы буйынса фәнни ойоштороусы ла булып эшләй. Ниндәй генә вазифа биләһә лә, һәр йөкмәтелгән эште ҙур яуаплылыҡ менән, еренә еткереп башҡарҙы, һөҙөмтәле эшләне. Бер нисәүһен генә һанап китәм: 1984 йылда районда беренсе булып Күсей ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! " байрамы үткәреү, ауыл советы менән берлектә зыяратты тимер бағана, сетка менән кәртәләү, тәүләп ауыл эсенән үткән йылға аша тимер-бетон ҡулсанан хужалыҡ иҫәбенә күпер һалдырыу, Күсей-Басай юлына (12км) һәм "Печера" алтын табыу артеленән Күсей-зерноток-ферма юлына хужалыҡ иҫәбенә ҡом-ҡырсынташ түшәтеү, хужалыҡ иҫәбенә ағас бураларҙан 5 фатир, мәҙәниәт йорто төҙөтөү, хужалыҡ иҫәбенә малсылар өсөн медпрофилакторий тотоу, ауыл урамына 1,5 км асфальт юл һәм ҡабаттан 2 күпер эшләтеү һәм тағы ла бик күп изге эштәр башҡарыуға Сабирйән Йәрмөхәмәт улы тос өлөш индерә. Эшсән, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр холҡо Сабирйән Йәрмөхәмәт улын хеҙмәттәштәре лә, ауылдаштары ла хөрмәт итә, ә етәкселек, уның һәр эшкә яуаплы ҡарап, еренә еткереп, теүәл башҡарыуын иҫәпкә алып, уға ҙур ышаныс күрһәтеп, яуаплы эштәр йөкмәтә.

Ауыл хужалығы өлкәһендәге өлгәшкән уңыштары, эште оҫта ойоштора белгәне, яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрен оптималь срокта яҡшы, сифатлы үтәгәне өсөн алған дипломдары, Рәхмәт хаттары һанап бөткөһөҙ... Ул үҙенең остаздары М.С.Кирәевкә, М.С.Ҡужинға рәхмәтле.

Институт бөтөрөп, хеҙмәт юлы башланғандан алып, Сабирйән Йәрмөхәмәт улы үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша, ҡурайынан айырылмай, халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Бының менән генә сикләнмәй Сабирйән Йәрмөхәмәт улы. Уны бик ныҡ борсоғаны—ҡурайсылар төбәге тигән дан алған ауылдарҙа ҡурай моңо һүнеп, милли музыка ҡоралын үҫтереүгә иғтибар булмауы ине. Шуға ла ул артабан ошо юҫыҡта эшләргә, үҫеп килгән йәш быуынды ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәтергә ҡарар итә. 1988-1991йылдарҙа Төркмән урта мәктәбендә ҡурай түңәрәге алып бара. 2002 йылдан Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбенең Ирәндек филиалында ҡурай класы уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Төркмән, Күсей, Әхмәр, Басай мәктәптәре балаларын ауылдан-ауылға йөрөп (ҡайҙа машина, ҡайҙа йәйәү) уҡыта башлай. 2010 йылдан, Иҫке Сибайға күскәс, уны урындағы сәнғәт мәктәбенә ҡурай класы уҡытыусыһы итеп саҡыралар. Сабирйән Йәрмөхәмәт улы балаларға ҡурай серҙәрен төшөндөрөү менән генә сикләнмәй, ҡурайсылар ансамбле төҙөп, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Мәҫәлән, Ишмулла Дилмөхәмәтов призына Төркмән мәктәбе ҡурайсылары (2003 йыл), Ғата Сөләймәнов призына Күсей мәктәбенән Ринат Исламғолов З-сө урын (2006 йыл), Кәрим Дияров призына Әхмәр мәктәбе ҡурайсылары (3-сө урын), Басай мәктәбе ҡурайсылары һәм Сирғәлин Айбулат лайыҡ була. "Ҡурай байрамы" конкурсында Төркмән мәктәбе ҡурайсылары 2004 йылда 2-се урын, 2005 йылда 1-се урын, Рахманғолов Илдар 3-сө урын, Иҫке Сибай мәктәбе ҡурайсылары 2018 йылда 1-се урын, Рысҡужин Айзан 2-се урын, 2007 йылда "Йәш ҡурайсылар" бәйгеһендә Басай мәктәбенән Сафин Рөстәм 1-се урын, Йыһангиров Мирхәт 2-се урын яулай. Мирхәт менән Рөстәм Учалы ҡалаһында йәш музыканттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсының 2-се турында ҡатнашып, дипломға лайыҡ була. Сабирйән Йәрмөхәмәт улы профессиональ ҡурайсы булып киткән уҡыусылары Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов һәм Илмир Мәхийәновтар менән сикһеҙ ғорурлана ине. Сабирйән Йәрмөхәмәт улы үҙе лә район, төбәк-ара, республика кимәлендә үткән ҡурай, мөнәжәт, "Оҙон көй" бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Моҫтайҙағы Ирәндек этнотуры етәксеһе Фәнис Йәноҙаҡ улы Кәримовтың ҡурайҙы тергеҙеү, пропагандалау маҡсатында үткәргән ҡурай бәйгеһендә жюри рәйесе булараҡ, Сабирйән Йәрмөхәмәт улы бәйгелә балаларҙың ҡатнашыуына, бигерәк тә тыуған ауылы Күсейҙән уҡытыусы Хәмзә Хәммәт улы Сәфәрғәлин малайҙарҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеп, хатта ансамбль төҙөп, бәйгелә ҡатнаштырып, призлы урын алыуына шул тиклем ҡыуанғайны. Уның менән һуңғы тапҡыр һөйләшкәндә лә, васыят итеп әйткәндәй: "Фәнис менән Хәмзә кеүек ир-егеттәр булғанда, ҡурайыбыҙ үлмәҫ. Был изге эш артабан да дауам итһен ине", - тигәйне. 

 

Быларҙан тыш Сабирйән Йәрмөхәмәт улы ауылында ғына түгел, районда әүҙем йәмәғәтсе булараҡ билдәлелек алғайны. Бер һайлау кампанияһы ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәне. Ҡуштауға хәүеф янағанда ла, битарафлыҡ күрһәтеп, ситтә ятып ҡала алманы: ҡурайын тотоп шунда китте. Ауыл ветерандары советы рәйесе вазифаһын оло яуаплылыҡ менән башҡарҙы. Мәҙәниәт йортоноң ҡурайсыһы, үҙешмәкәр актер, оҙон көй башҡарыусы булараҡ, мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәне. Һуңғы юлға оҙатҡанда, Иҫке Сибай ауылы старостаһы Зөһрә Ғәйнуллинаның күҙ йәштәре аша: "Шул тиклем ярҙамсыл, үтә лә яуаплы, теүәл, бөтә кешегә ихтирамлы, ғөмүмән, яҡшы кеше булды. Бөтә эште бергәләшеп, кәңәшләшеп эшләй инек... ",--тигәне күп нәмә тураһында һөйләй.

Сабирйән Йәрмөхәмәт улының фиҙакәр хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм 2019 йылда Баймаҡ районы хакимиәтенең “Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн” ("За доблестное служение Баймаку") почетлы билдәһе менән билдәләнгән.

Сабирйән Йәрмөхәмәт улы өлгөлө ғаилә башлығы, ышаныслы, тоғро ир, 3 ҡыҙына--Айгөлгә, Гөлназға, Гөлзифаға, улы Тимерйәнгә, дүрт ейәненә, бер ейәнсәренә һөйөклө атай, олатай булды. Ҡыҙҙары юғары, улы махсус урта белем алып эшләп йөрөй. Олаталары ейәндәренә лә матур тәрбиә бирергә тырышты: эшкә өйрәтте, йыш ҡына тәбиғәткә алып сыҡты, шашка, шахмат уйнарға, саңғыла йөрөргә һәм башҡа яҡшы шөғөлдәргә ылыҡтырҙы. Хужалығында умарта тотто. Киләсәккә пландары ҙур ине. Шуларҙың береһе: Күсей ауылында ҡасандыр ошо төбәктә йәшәгән ҡурайсыларға арнап (исем- шәрифтәрен яҙып), стела эшләтеү ине. Фекерҙәше, рәссам Руслан Бикбаев менән эскизын әҙерләп, ауылға барып, стела ҡуйылаһы урынды билдәләп тә ҡайтҡайнылар—өлгөрмәне... Был фани донъянан китер алдынан ғына үҙенең дөйөм дәфтәренә түбәндәге шиғыр юлдарын яҙып ҡуйған булған (авторын белмәйем):

Үҙең китһәң, был донъяла эҙең ҡалһын,

Эҙең ҡалмаһа, бер ипле һүҙең ҡалһын.

Аҙашҡандар эҙҙәреңде һуҡмаҡ итер,

Өшөгәндәр һүҙҙәреңде усаҡ итер...

Был юлдар уның девизы булғандыр. Үҙе лә яҡты эҙ ҡалдырып китте...

 

Сәғиҙә Байназарова.

Сибай ҡалаһы

 

Автор:Резеда Валиева