Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
31 Ғинуар 2022, 11:55

Ҡайтыр юлдарың ябыҡ

Оло юғалтыу кисерҙек: ҡәҙерлебеҙ Фәим Фәтҡулла улы Айҙарбәковты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Уға ни бары 58 йәш ине...  

Ҡайтыр юлдарың ябыҡ
Ҡайтыр юлдарың ябыҡ

Фәим Фәтхулла улы 1963 йылдың 20 мартында Ейәнсура районы Юлдыбай ауылында тыуған. Һуңынан Айҙарбәковтар ғаиләһе Сибай ҡалаһына күсеп килгән. Ғаилә башлығы Фәтхулла Дәүләт улы хаҡлы ялға сыҡҡансы комбинаттың автотранспорт цехында эшләне. Ҡатыны Венера Кинйәбай ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп, уларҙы намыҫлы хеҙмәт итергә өйрәтте.

Сибайҙа тау-байыҡтырыу техникумын тамамлағас, Фәим армия сафына алынды. Ҡайтҡас үҙенең оло мөхәббәтен осратып өйләнде. Хәләл ефете Алһыу Нәфис ҡыҙы менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, белем бирҙеләр.

Фәим күп йылдар Себер тарафтарында эшләне, рухи һәм физик яҡтан нығынды.

1988 йылда “Хәстәрлек” кооперативы асып, 1995 йылға тиклем уны етәкләне. Шул осорҙа Фәим ҡарттарға, күп балалы ғаиләләргә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Сибай ҡала хакимиәте, уның ойоштороу һәләтлелеген күреп, уны "Башвтормет" цехының начальныгы, ә һуңынан Сибай элеваторының генераль директоры итеп тәғәйенләне. Фәим Фатхулла улының элеваторҙағы етәкселек ваҡытында сусҡасылыҡ фермаһы асылды, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнделәр, ҡала халҡын ҡымыҙ менән тәьмин иттеләр, яңы ҡорамалдар һатып алдылар. Элеватор оно Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә юғары баһаланды.

Башҡортостан Хөкүмәте Ф.Ф. Айҙарбәковты Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына тәҡдим итте. Был вазифа уға ҡала эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләре буйынса яуаплылыҡ өҫтәне. Башлыҡ вазифаһын башҡарыу дәүерендә ҡалала бик күп эштәр атҡарҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһын тәфсирләп яҙһаң, гәзит биттәре етмәйәйсәк.

Артабан Фәим Фәтҡулла улы "Урал аръяғы" хәйриә фондын асты. Фонд аша мохтаждарға төрлө ярҙам күрһәтелде.

Шулай уҡ ваҡытта Ф.Айҙарбәков Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһының Сибай филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләне. Ул ниндәй эшкә генә тотонһа ла күңелен биреп хеҙмәт итте.

Һуңғы көндәренә тиклем эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнде. Ярҙамсыл булды, туғандарҙы ҡайғыртты, хәстәрләне.

Ҡәҙерле Фәим Фәтҡулла улы тураһында үткән заманда һөйләүе бик ауыр. Ул беҙҙең өсөн һәр саҡ иҫән, мәңге хәтерҙә йәшәйәсәк. Филармонияла хушлашыу мәлендә беҙ Фәимдең ғаиләбеҙҙә генә түгел, ҡалала ла ҙур абруй ҡаҙаныуына тағы бер тапҡыр инандыҡ. Меңдәрсә һәм меңләгән ҡала халҡы уның менән хушлашырға һәм уны һуңғы юлға оҙатырға килде. "Сибайский рабочий" гәзитенә биргән интервьюларының береһендә Айҙарбәков Фәим Фәтҡулла улының ошондай һүҙҙәре бар: "Еңел булмаған заманда оптимизмды юғалтмаҫҡа һәм үҙ ҡалабыҙҙың патриоты булырға саҡырам. Күңел төшөнкөллөгөнә бирелмәй, алға барыуығыҙҙы, оло тормошта юғалып ҡалмауығыҙҙы теләйем. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!”Һине һаҡлап ала алманыҡ, ҡәҙерлебеҙ. Саралар юҡ, ҡайтыр юлдар ябыҡ. Йәнең йәнннәттә, ятҡан урының тыныс булһын тип доға ҡылабыҙ.

Светлана Буранбаева.

Автор:Гульдар Кадаева