АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Ғинуар 2022, 19:00

Ғәҙел кешеләр бар икән әле донъяла

Бер ҡатын урамда 500 мең һум аҡса табып алған да...хужаһына ҡайтарып биргән. Ә һеҙ ҙур суммала аҡса табып алһағыҙ, хужаһына кире ҡайтарыр инегеҙме?

Ғәҙел кешеләр бар икән әле донъяла
Ғәҙел кешеләр бар икән әле донъяла

Бер ҡатын урамда 500 мең һум аҡса табып алған да...хужаһына ҡайтарып биргән.

Ул урамдан китеп барғанында ҡарҙа 5 мең һумлыҡтарҙан торған бер пачка аҡса ятыуын күреп ҡала. Башта ул аҡсаны ялғандыр тип уйлап үтеп китә.

Әммә кире борола һәм аҡсаның ысын булыуына инана.

 

Ул табышын ала һәм эштән ҡайтышлай полицияға инеп аҡсаны хужаһына бирергә теләүен әйтә.

Баҡтиһәң, ошо уҡ көндө полицияға ҙур сумма аҡса юғалтыуы хаҡында бер ир мөрәжәғәт иткән булған.

Ул банкоматтан 500 мең һум аҡса алыуын һәм битлеген сисеп кеҫәһенә һалған мәлдә купюралары төшөп ҡалыуын белгертә.

Полиция бәләгә тарыусыны шунда уҡ таба һәм, ысынлап та, уның аҡсаһы булыуын иҫбатлағас, табышты хужаһына бирә.

--Ғәҙел кешеләр бар икән әле донъяла, -- тип һөйөнә аҡсаһын табыуға өмөт итмәгән ир.

Ә һеҙ ҙур суммала аҡса табып алһағыҙ, хужаһына кире ҡайтарыр инегеҙме?

 




Автор:Гульдар Кадаева