Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Ғинуар 2022, 11:45

Йәш спортсылар тәрбиәләй

Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә физкультура һәм спорт үҫеше Советының ултырышында иң-иңдәр наградланды.

Йәш спортсылар тәрбиәләй
Йәш спортсылар тәрбиәләй

Яңы йыл алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә физкультура һәм спорт үҫеше Советының ултырышы үтте. Тантанала яҡташыбыҙ -- Баймаҡ ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Алексей Константинович Евстигнеевҡа "Башҡортостан Республикаһының физик культураның атҡаҙанған хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исеме бирелде.

Район һәм ҡала балаларҙы сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырып, бокс буйынса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшергә булышлыҡ иткән тәжрибәле тренер Алексей Евстигнеевтың намыҫлы хеҙмәте юғары наградаға күптән лайыҡ. Тренерҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

Йәш спортсылар тәрбиәләй
Йәш спортсылар тәрбиәләй
Автор:Гульдар Кадаева