АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
9 Декабря 2021, 09:30

Бәләкәс Макарҙың ҙур хыялы

Ҙур үҫкәс кем булырға теләйһең? Был һорауға бәлкәс Макарҙың яуабы әҙер. Ул мотлаҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙле дәүләт инспекцияһында эшләйәсәк. Малай әленән үк был хыялының тиҙерәк тормошҡа ашыуы теләй.

Бәләкәс Макарҙың ҙур хыялыБәләкәс Макарҙың ҙур хыялы
Бәләкәс Макарҙың ҙур хыялы

Автомобилдә йөрөргә яратҡан Макар 4 йәшендә үк юлдар хәүефһеҙлеге өсөн борсола башлай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә уны берәү ҙә өйрәтмәгән, уның атаһы ла, ҡартатаһы ла был өлкәлә эшләмәй. Әллә ҡайҙан ялтлап килгән мигалкалы автомобилде, уның янындағы полиция хеҙмәткәрҙәрен ул урамда күрә һәм уларҙың эше менән ҡыҙыҡһына башлай.

-- Хәҙер һәр кем машинала елдерә. Беҙ ҙә шулай. Улым патруль автомобилдәрен күргәс тә улар менән ҡыҙыҡһынып, ни өсөн машиналарында яҙылған, кейемдәре нишләп улай тип ҡыҙыҡһынды. Инспекторҙарҙың кейемен кейеп, жезлдарына тотоп ҡарағыһы килде. Үҙе теләгәс беҙ ҡаршы килмәнек, -- Макарҙың әсәһе Лариса Павлова

 

Макарҙың яҡындары уның хыялын тормошҡа ашырырға ашыға. Тәүҙә инспектор кепкаһын тегеп кейҙерәләр, жезл яһап тотторалар, унан костюм да әҙер була. Погондар беркетергә генә ҡалған. Малай бөгөндән үк юл хәрәкәтәре билдәләрен ныҡлы өйрәнә, әле 5 кенә йәш булһа ла киләсәген ул яҡты күрә. Макарҙың хыялы хаҡында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре белгәс тә уны үҙҙәренә саҡырып эштәре менән таныштыра. Инспекторҙар уны патруль машинаһына ултыртып ҡала буйлап йөрөттө, ысын юл-патруль хеҙмәте жезлы бүләк итте.
Буласаҡ малайҙың тиҙерәк үҫеп етеп инспекторҙар рәтенә баҫып юл хәүефһеҙлеге һағында тороуын теләйбеҙ.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас