

--Гөлназ, һеҙ ҡайһы тарафта тыуып үҫтегеҙ?
--Хәйбулла районының Подольск ауылы ҡыҙымын. Миңә 6-7 йәштәр тирәһендә атайымды Савельевка ауылына эшкә күсерҙеләр. Балалар баҡсаһы ла булмаған был бәләкәй генә ауылда берәү ҙә башҡортса һөйләшмәй ине. Шунда мин дә рус телен яҡшы үҙләштерҙем. Ғаиләбеҙ башлығын Аҡъярҙағы заготконтораға директор итеп ҡуйғас, район үҙәгенә күсеп барҙыҡ. Унда киреһенсә, бөтәһе лә башҡортса аралашты. Һеңлем менән мине унда хатта урыҫ тип үсекләнеләр. Аҡъярҙа бала үҫеше өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булды: фото, драма, бейеү, волейбол, баскетбол түңәрәктәренә йөрөнөм. 10-11 класта табип булырға ҡарар иттем. Һуңғы имтиханды бирә алмай Өфөнән ауылға кире ҡайтһам, класташым баш ҡалала Америка-башҡорт интерколледжы асылыуын әйтте. Ата-әсәйем шунда шылтыратып һөйләште лә мин уҡырға киттем. Башта бик ауыр булды, сөнки беҙҙең менән русса бер һүҙ ҙә белмәгән американец шөғөлләнде. Артабан уға француженка ҡушылды. Колледжа 3 йыл уҡығас Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультенына өсөнсө курсҡа уҡырға алдылар.
--Нәҫел-нәсәбегеҙ тураһында нимәләр беләһегеҙ?
--Өләсәй, ҡартәсәй һәм ҡартатайҙарымды бик яҡшы хәтерләйем. Беҙ улар менән бәләкәй саҡта бер ауылда торҙоҡ. Әсәйемдең атаһы Әхмәт Шәйәхмәт улы Кәримов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Өләсәйем Хәспи Далха ҡыҙы уҡытыусы ине. Уның юлын дауам итеүемә шатмын. Ҡартәсәйем Хәҙисә Теүәлбаева. Беҙ бәләкәй булғанда ҡартәсәйҙең әсәһе Хәҙисә ҡарт ҡартәсәйем булды. Уларҙың икеһен дә мин ныҡ яраттым. Улар өйрәткән йырҙар, улар һөйләгән әкиәттәр хәтеремә ныҡ уйылған.
--Сит илгә сығып китергә нимә этәрҙе? Йәшәү урынын алмаштырыуҙың төп сәбәбе ниҙә?
--2010 йылдың ғинуарында интернет аша әлеге ирем Матиц менән таныштыҡ. Ул кондиционер һәм йылытыу системаһы ҡорамалдары менән эшләй. 2011 йылдың яҙында бер аҙнаға уның янына Словенияға ял итергә барҙым. Шунда беҙ беренсе тапҡыр осраштыҡ. Словения миңә ныҡ оҡшаны. Бәләкәй, ыҡсым ғына ил, диңгеҙе лә, тау-яландары, күлдәре лә бар. Тирә-яғы йәм-йәшел һәм таҙа. Шунан алып бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөштөк. 2012 йылдың авгусында Словенияла өйләнештек. Декабрҙә Башҡортостанда туй үткәрҙек. 2013 йылдың авгусында улыбыҙ тыуҙы. Оҙаҡ уйлағандан һуң иремдең тыуған ерендә төпләнергә булдыҡ.
--Сит ил кешеһенә кейәүгә сығыуығыҙға атай-әсәйегеҙ нисек ҡараны? Фамилияғыҙҙы ирегеҙҙекенә алмаштырҙығыҙмы?
--Ҡәҙерле кешеләрем минең ҡарарыма ҡаршы килмәне. Иремдең фамилияһын алып торманым, сөнки кейәүгә сыҡҡанға ҡәҙәр Рәсәйҙә бизнесым—шәхси мәктәбем бар ине. Документацияны алмаштырыу мәшәҡәте күп булғанлыҡтан, исем-шәрифемә үҙгәрештәр индермәнем.
--Әле һеҙ нимә менән булышаһығыҙ? Эшегеҙ ҡыҙыҡмы?
--Башҡортостанда йәшәгәндә Стәрлетамаҡта инглиз телен өйрәнеү мәктәбе тоттом, күрше ҡалала ошо мәктәптең филиалын астым. Словенияға күскәс, ирем инглиз теле буйынса онлайн-курсы булдырырға тәҡдим итте. Әммә был идеяны мин өнәп етмәнем, видео аша дәрес биреүҙе күҙ алдына килтерә алмай инем. Тора-бара интернет мөмкинлектәре бындай курс булдырыуға юл асты, был юҫыҡта уҡый башланым. Ярты йыл уҡығас, инглиз теле буйынса беренсе онлайн марафон ойошторҙом. Артабан бындай марафондарҙы даими уҙғара башланым, уларҙа төрлө кешеләр менән танышҡандан һуң инглиз телен өйрәнергә теләүселәрҙең маҡсаттары һәм мотивтары төрлө булыуына төшөндөм. Хәҙер минең онлайн-курстарҙа төрлө илдәрҙә йәшәүсе Рәсәй кешеләре, шулай уҡ рәсәйлеләр бик теләп шөғөлләнә.
--Словенияла үҙ эшегеҙҙе асҡанда ниндәй ауырлыҡтар осраны? Кем һеҙгә ярҙам итте?
--Бөтә ауырлыҡтар ҙа беҙҙең башта. Әгәр теләгең бар икән, тот та эшләй башла, аҙым артынан аҙым китә. Әлбиттә, бөтәһе лә шундуҡ килеп сыҡмай, әммә тәжрибә туплана. Һәр эштә лә минең иң беренсе ярҙамсым—ирем.
--Европа халҡы менталитеты, холҡо рәсәйлеләрҙән нимәһе менән айырыла?
--Словения халҡының менталитеты беҙҙекенә оҡшаш. Шуға ла миңә сит илдә йәшәп китеү ҡыйын булманы. Айырмалыҡтар бар, әлбиттә. Улар изгелекле һәм тыныс холоҡлолар. Урамдан үткәндә хатта таныш булмаған кешеләр ҙә “Добер дан” (Хәйерле көн) тип үтә. Һөйләшкәндә улар күҙгә ҡарай. Әммә улар йомоҡ, шәхси темаға һөйләшергә яратмай. Башҡорттар һымаҡ асыҡ-ярыҡ түгелдәр. Беҙҙекеләр һымаҡ теләгән ваҡытта ҡунаҡҡа йөрөү бында юҡ. Башҡорттар бит кемдер килеп инһә, шундуҡ өҫтәлгә саҡыра, һыйларға тотона. Бында инде алдан һине төшкө ашҡа саҡырмаһалар, ә һин килеп инһәң, хужаларҙың ашағанын көтөп ултырырға тура киләсәк. Унан ғына һине кофе эсергә саҡырыуҙары ихтимал. Бында аралашыу өсөн өйгә түгел, каварна—кофе һәм башҡа эсемлектәр эсә торған урынға саҡыралар. Словения халҡы бик яй. Улар бер ваҡытта ла, бер ҡайҙа ла ҡабаланмай. Беҙ бит тиҙ генә ҡарар ҡабул итәбеҙ, ә улар ҡырҡ уйлай. Яҡын кешебеҙ үлһә беҙ оҙаҡ ҡайғырабыҙ, илайбыҙ. Улар үлемгә еңелерәк ҡарай һәм: “Беҙ был тәңгәлдә бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ”,-- тип әйтә һәм артабан тыныс йәшәүен дауам итә. Словения—таҙа ил. Сүп-сар ятыуы һирәк кенә күренеш. Балалар кес кенәнән һәр ҡалдыҡты ҡый һауытына ырғытырға күнегәп үҫә. Ә сүплек ташлау өсөн һауыттар аҙым һайын.
--Словенияла Башҡортостан, Өфө тураһында нимә беләләр?
--Күптәр минән һин ҡайҙан тип һорайҙар. Рәсәйҙән тиһәм, шаҡ ҡаталар, мин бит рус ҡыҙына бөтөнләй оҡшамағанмын. Артабан Рәсәй бик ҙур булыуын, унда бер нисә республика барлығын, төрлө милләттәр йәшәүен, Башҡортостандан булыуымды аңлатам. Өфөнө, беҙҙең республиканы бик белеп етмәйҙәр. Спортсмендар ғына аңлай. Ни тиһәң дә башҡорт футбол командаһында Словения футболсыһы уйнай. Бер таныш ҡатындың ире Өфөлә үткән ярышта ҡатнашҡан һәм беҙҙең яҡты бик оҡшатҡан.
--Сит илдә һеҙҙең исем-шәрифегеҙҙе нисек ҡабул итәләр?
--Исемемде әйтә алмай аҙапланалар. Ҡәйнәм, ҡәйенбикәләр бигерәк ыҙаланы. Әсәйем бәләкәйҙән исемеңде боҙҙороп әйттертмә тип өйрәтте. Шуға ла исемем Гөлназ, үҙгәртеп әйтергә, йәки икенсе төрлө атауҙы ҡәтғи тыям.
--Словения көнкүрешендә һеҙгә нимә оҡшай?
--Емеш-еләктең күплеге һәм төрлөлөгө. Йыл әйләнәһенә йәнең теләгән емеште һатып алып ашарға мөмкин. Улар шулай уҡ үҙҙәренең хужалыҡтарында етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Магазиндан сит ил ризыҡтарын арзан хаҡҡа алып булһа ла, үҙҙәренең фермерҙарынан ҡыйбат хаҡҡа алып ашарға яраталар. Бында һәр ерҙә һәм һәр кемде хәстәрләйҙәр. Тау төпкөлөндәге ауылдарға ла яп-ялтыр асфальт юл илтә. Ҡыш ҡар яуһа юлдарҙы шундуҡ таҙарталар. Асфальт һәр ваҡыт таҙа, хатта ямғырҙар яуған мәлдә лә ул тап-таҙа була. Халыҡ йәшәгән ерен ныҡ тәртиптә тота. Газон үләне, декоратив үҫемлектәр, сәскәләр күҙҙең яуын ала. Бәләкәй генә ер участкаһында ла йәшелсә үҫтереүселәр бар. Берәү ҙә уларға нишләп ыҙалайһың, магазинда бар бит тип әйтмәй. Инфраструктура ҡыуандыра. Ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа супермаркеттар күп. Берәй ҡайҙа барырға кәрәк булһа, электричка, автобустар йыш йөрөй. Туҡланыуға килгәндә төшкө ашҡа иғтибар ҙур. Эшләгән кешеләр үҙҙәрендәге ашханаға, гостильняға (ресторан һымаҡ) йөрөй. Киске аштары калориялы түгел, төрлө ҡабымлыҡтар, йогурттар менән сикләнәләр. Ныҡ кофе яраталар. Башҡорттар бит һөтләп тороп сәй эсә. Кешеләр кофе артында осраша. Шуға ла урамдарҙа каварналар бик күп. Унда йәшәй башлағас ҡайнымды сәй эсергә саҡырғайным, ул миңә аптырап ҡараны ла: “Мин ауырымайым ул”,--тип яуапланы. Баҡтиһәң, улар ауырығанда ғына үлән сәйҙәре генә эсә икән. Беҙҙең ғаиләлә көндөҙгө 15.00-16.00 сәғәттәргә ҡәҙәр кофе эсәбеҙ ҙә, кис иһә ҡара сәйгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ирем дә, улым Ян да сәй ярата.
--Буш ваҡытығыҙҙы нисек уҙғараһығыҙ?
--Ғаиләбеҙ менән төрлө ерҙәргә йөрөйбөҙ. Тауҙарға үрмәләйбеҙ, бында тауҙар бик күп. Словендар велосипедта йөрөргә, йүгерергә ярата. Балыҡ үрсетелгән хужалыҡтарға барып балыҡ тотабыҙ ҙа ҡайтып ҡурып ашайбыҙ. Көҙ каштан, йәй бәшмәк, еләк йыйырға яратам. Тик бында бәшмәк бик аҙ үҫә, беҙҙә үҫкән еләктәр бөтөнләй юҡ.
--Тыуған яҡты һағынаһығыҙмы? Йыш ҡайтаһығыҙмы?
--Башта ныҡ һағына инем. Айырыуса байрамдарҙа ныҡ ҡайтҡым килә торғайны. Хәҙер ҙә йәнем үртәлә, әммә баштағы кеүек түгел. Йылына берҙе булһа ла ҡайтырға тырышам.
--Башҡортостан тиһәләр һеҙҙең күҙ алдына иң беренсе нимә баҫа?
--Сал ҡылғанлы дала, йылҡылар, милли аш-һыу. Һөҙлөклө һурпала бешерелгән бишбармаҡ, тултырма, өҫтөнә ҡаймаҡ ҡойолған шәкәрле ҡорот, бәлеш, ҡыҙыл эремсек. Башҡортостан—палаткала йоҡлаған походтар, усаҡ янында ултырыуҙар. Әлбиттә, бал, төлкө ҡойроҡло башлыҡ. Улыма шундай башлыҡ һатып алырға иҫәп тотам.
--Башҡортостандағы һуңғы осорҙағы үҙгәрештәрҙе һиҙәһегеҙме?
--Республика ҡалалар матурая. Фонтанлы парктар барлыҡҡа килә. Шундай урындарҙа йөрөргә яратам. Ауылдарҙа, әлбиттә, артыҡ үҙгәрештәр юҡ. Үҙәк урамдарҙы ғына ҡарайҙар. Яҡташтарымдың тирә-яҡ мөхиткә ҡараштарын үҙгәртеүҙәрен теләйем. Тәртип--тупһанан башлана, һәр кем эргә-тирәһен матурлаһын, төҙөкләндерһен ине. Юлдар беҙҙә ныҡ насар хәлдә.
--Сит илдә йөрөп, сит телдә уҡытып башҡортса һөйләшергә онотманығыҙмы?
--Туған тел бит ул ҡанда. Туғандарым менән башҡортса һөйләшәм. Ян улыма телде өйрәтәм. Һәр ваҡыт “Ятып ҡалғансы—атып ҡал” әйтеменә таянам. Шулай уҡ “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә--ҡатын” тигән халыҡ мәҡәлендә тәрән мәғәнә һалыныуын яҡшы аңлайым.
--Башҡортостандан күстәнәскә нимә алып ҡайтаһығыҙ?
--Ҙур йөк менән ҡайтам. Бал, ит, тәмле кәнфиттәр, ҡара сәй, тоҙло селедка. Унда тоҙло балыҡ төрҙәре аҙ.
--Үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың киләсәген Европа менән бәйләйһегеҙме?
--Үҙемдекен эйе. Әммә иртәгә нимә булырын берәү ҙә белмәй. Балалар өсөн әйтә алмайым. Улар үҙҙәре хәл итер.
--Кеше яҙмышын үҙгәртә аламы? Ғүмер буйы үҫешергә кәрәкме?
--Беҙҙең яҙмыш фекерләүебеҙгә бәйле. Әгәр беҙ яҡты киләсәккә ышанабыҙ һәм хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышабыҙ икән, үҙгәрештәр көттөрмәй. Яҙмышҡа һылтап, нимәлер көтөп ултырһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Хыялыңа табан ынтылырға кәрәк, уға табан атлап булмаһа, шыуышып барырға кәрәк. Яҙмышҡа ялҡауҙар ғына һылтана, минеңсә. Үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ ҡорабыҙ. Кеше үҫештән туҡтарға тейеш түгел. Үҫеш туҡтаһа, тормош та туҡтай.
Ләйлә Аралбаева яҙып алды.