АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Ноябрь 2021, 21:50

ТӨҘӨҮСЕ АРАБЫҘҘАН КИТТЕ

Күсей ауылы, Түбә ҡасабаһы, Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының Почетлы гражданы Азамат Байназаров арабыҙҙан китте...

ТӨҘӨҮСЕ АРАБЫҘҘАН КИТТЕ
ТӨҘӨҮСЕ АРАБЫҘҘАН КИТТЕ

2021 йылдың 31 октябрендә райондың арҙаҡлы шәхесе, яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе БАЙНАЗАРОВ АЗАМАТ ХАЖМӨХӘМӘТ улы арабыҙҙан китте..
А.Х. Байназаров 1936 йылдың 11 ғинуарында Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Түбә урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһындағы тау - металлургия институтына уҡырға инә. Диплом алғас, мастер, баш прораб, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы төҙөлөш тресында баш инженер булып эшләй (1965-1971 йылдар).
Артабан уның хеҙмәт юлы Сибай ҡалаһындағы " Башмедьстрой" тресында үтә: СУ-3 начальнигы(1971 й.), партком секретары (1973 й.), баш инженер (1976 й).
1982-1996 й.й.— "Башмедьстрой" тресы управляющийы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы, фиҙәҡәр хеҙмәте юғары наградалар менән билдәләнгән: "Халыҡтар дуҫлығы" ордены, РСФСР-ң торлаҡ- коммуналь хужалығы Министрлығы, БАССР -ң һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф министрлығы һ.б. бик күп Маҡтау Грамоталары, дипломдар...
Азамат Хажмөхәмәт улы — Күсей ауылы, Түбә ҡасабаһы, Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының Почетлы гражданины.
Азамат Хажмөхәмәт улын һуңғы юлға оҙатыу йәһәтенән ойошторолған митингыла кеше бик күп булды: ҡасандыр уның ҡул аҫтында эшләгән төҙөүселәр, бригадирҙар, төҙөлөш подразделение етәкселәре, шул осорҙа эшләгән КПСС ҡала комитеты етәксеһе, уҡыу йорто етәкселәре, митингыны ойоштороусы "Строймеханизация" етәксеһе Н.А. Тажетдинов, ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты...А.Х Байназаровтың етәкселеге аҫтында Урал аръяғында төҙөлгән ҙур объекттар, торлаҡ йорттар, мәктәптәр, клубтар һ.б иҫкә төшөрөп, уның эшенә тағы ла юғары баһа биреп :
— Азамат Хажмөхәмәт улының етәкселеге аҫтында төҙөлгән ошо объекттар үның ҮҘЕНӘ ҺӘЙКӘЛ булып торасаҡ,— тип билдәләп үттеләр.
Беҙ, Азамат Хажмөхәмәт улының туғандары, ауылдаштары мәрхүмдең ҡатыны Зилә Фарух ҡыҙының, улы Илдарҙың, ҡыҙы Ларисаның, ейәндәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
АЗАМАТ ХАЖМӨХӘМӘТ улы БАйНАЗАРОВ ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың, Сибай ҡалаһының абруйлы шәхесе, ғорурлығы булып ҡалыр һәм ҡаласаҡ.

Байназарова Сәғиҙә М.

Автор:Резеда Валиева