Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Октябрь 2021, 21:35

Тауыштарҙы йәлләмәйек

Республикала “Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” конкурсының төбәк этабы тамамланды. Һөҙөмтәлә декабрҙә уҙасаҡ федераль этапта Башҡортостандан 5 эшҡыуар алдынғылыҡ өсөн һынау тотасаҡ. Улар араһында Сибай эшҡыуарҙары булыуы ҡыуаныслы. 

Тауыштарҙы йәлләмәйек
Тауыштарҙы йәлләмәйек

 “Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” конкурсы 2010 йылдан алып ойошторола. Ошо ваҡыт арауығында унда илебеҙҙең 73 төбәгенән 4 меңдән ашыу эшҡыуарҙар ҡатнашҡан. Башҡортостан йүнселдәре был ярышҡа быйыл ғына ҡушылған. Унда төрлө муниципаль берәмектәрҙән 42 кеше ҡатнашҡан һәм шуларҙың 20-һе федераль кимәл бәйгеһенә үткән. Конкурстың төбәк этабының “Йыл асышы” номинацияһы еңеүселәре араһында буҙа етештереүсе Гөлназ Фәнис ҡыҙы ла бар. 

--Йәш быуын милли эсемлегебеҙ хаҡында, уны ата-бабаларыбыҙ нисек етештереүен, уның файҙаһын да белмәй. Шуға да буҙа етештергәндә беҙ үҙ мәнфғәтебеҙҙе генә түгел, милли ҡиммәттәребеҙҙе лә ҡайғыртабыҙ. Был эсемлекте халҡыбыҙ борондан эшләй белгән һәм эскән. Сөнки уның һаулыҡҡа йоғонтоһо ныҡ ҙур. Етмәһә, әлеге заманда тәбиғи эсемлектәр етештереүселәр бик аҙ. Һыуһынды ҡандырған, ашҡаҙан, эсәк эшмәкәрлеген яҡшыртҡан был ризыҡ менән беҙ конкурста тик еңеүгә иҫәп тотоп ҡатнашабыҙ,-- ти ярышта ҡатнашыусы эшҡыуар Гөлназ Азатова.
Конкурстың федераль этабында еңеүселәр комплекслы реклама хеҙмәттәре күрһәтелеүгә, йыллыҡ банк хеҙмәтләндереүенә, лицензиялы программа менән тәьминәткә сертификаттар аласаҡ. Яҡташыбыҙ ярышта алдынғылар рәтенә сыҡһын өсөн Бәйләнештә селтәрендәге Сибай ҡалаһы төркөмөндә конкурс хаҡында мәғлүмәтте табып, тауыш бирергә кәрәк.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева