Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Сентябрь 2021, 14:45

ИЛЛЕҺЕ БИТ ЯҢЫ ТУЛҒАЙНЫ...

Яңыраҡ артистың Нәркәс исемле ейәнсәре тыуҙы. Һөйөп өлгөрмәне шул, Марс арабыҙҙан иртәрәк китте... Ул үҙенең сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдары менән күңелдәрҙә мәңге хәтерҙә ҡалыр өҙөлгән моңдары ғүмер буйы беҙҙе оҙата барыр. Артистың йәне йәннәттә булһын, тамашасыларға бүләк иткән ижады мәңге йәшәһен, йәшнәһен!

ИЛЛЕҺЕ БИТ  ЯҢЫ ТУЛҒАЙНЫ...
ИЛЛЕҺЕ БИТ ЯҢЫ ТУЛҒАЙНЫ...

Тап шулай хәтерләргә генә ҡалды уның хаҡында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр башҡорт сәнғәте бер-бер артлы талантлы, моңло, йәш артистарын юғалтты, әммә тамашасы күңелендә улар

һәр саҡ мәңгегә хәтерҙә ҡала. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры ла бынамын тигән сәхнә арыҫландары булған Башҡортостандың атҡаҙанған артистары

Марс Итбаев һәм Арсен Шәйхисламовһыҙ етемһерәп ҡалды.

15 сентябрҙә Сибай театрында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Итбаевтың ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтә.

Ә бит уның ижад кисәһе булырға тейеш ине...

Тамара Ғәниеваның “Тамарис”ында—Данил, Рәлиф Кинйәбаевтың “Эх, Байтимер дуҫ”ында—Маннур, Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!”ында—Ислам, Лира Яҡшыбаеваның “Әүлиә”һендә—төрмә начальнигы, Мольерҙың “Дон-Жуан”ында—Дон Карлос, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” драмаһында—Ҡәһер бей, Наил Ғәйетбайҙың “Хазина”һында—Шәрифулла һәм башҡа әллә күпме онотолғоһоҙ һәм бер-береһен ҡабатламаҫ сағыу образдар тыуҙырған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Итбаев бар ижади ғүмерен Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына бағышлай. Артистың хеҙмәт кенәгәһендә лә тик бер генә яҙыу. Былтыр Марс Салауат улы үҙенең алтын юбилейын билдәләне һәм шул уҡ йылда вафат булды.

Артистан 50 йәшлек юбилейы уңайынан интервью алғайным, әммә ижад кисәһенең һуңғараҡ үткәреүен иҫәпкә алып, Марс Салауат уны гәзиткә биреүҙе бер аҙ туҡтатып торҙо. “Ижад кисәһе алдынан баҫтырырбыҙ”,—тигәйне лә бит... Ҡайһылайтаһың, мәкерле сир аяуһыҙ булып сыҡты шул. Ошо әңгәмәнән артистың үҙе һөйләгәндәренән өҙөктәр генә тәҡдим итәбеҙ.

...“Мин Ейәнсура районының Бикбау ауылында тыуып-үҫкәнмен, өс йәштәр булғанда, ғаиләбеҙ Өфөгә күскән. Шулай итеп, баш ҡала малайы булып киттем, әммә ауыл рухлы ҡала егете булып ҡалдым. Бәләкәйҙән бер урында тик ултыра белмәгән, тиктормаҫ бала булып үҫтем. Өфөнөң 20-се башҡорт мәктәбендә белем алдым. Шиғыр ятларға яратмай торғайным, уның эстәлеген аңламаһам, ятлауы шул тиклем ҡыйын ине. Был саҡта атайым ярҙамға килә ине: ул тәүҙә әҫәрҙең нимә тураһында барыуын, нисек ятларға кәрәк икәнлеген аңлатһа, ни ғәжәптер, шунда уҡ шиғыр юлдары хәтерҙә ҡалыр ине. Хәҙер ҙә шулай, башта шиғырҙың мәғәнәһенә төшөнөп алам, аҙаҡ һүҙҙәрен ятлайым.

Сәнғәтте яратыу мәсьәләһенә килгәндә, атайымдың артист һәм күренекле режиссер булыуы, ғаиләбеҙҙең сәнғәт кешеләре менән йыш аралашыуы ла был өлкәгә ҡарата битарафлыҡҡа юл ҡуймағандыр. Беҙҙә һәр саҡ мәҙәни мөхит хөкөмлөк итте: Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Нәзифә Ҡадыровалар һәм башҡа күренекле артистар менән аралашыу бала һәм үҫмер сағымдың иң матур хәтирәләренең береһе. Икенсенән, мәктәп йылдарында мин концерттарҙа йыш ҡатнаштым, шиғыр һөйләнем, хорҙа йырланым, бейенем. Шулай уҡ ҡурай түңәрәгенә йөрөнөм, спорт секцияларын да ҡалдырманым. Ғөмүмән, бала саҡтан сәнғәт һәм мәҙәниәт миңә яҡын булды тип әйтер инем. Һигеҙенсе кластан һуң автотранспорт техникумына автослесарь һөнәренә уҡырға ла индем, тик ата-әсәйем риза булмағас, урта мәктәпкә кире уҡырға барҙым. Әммә бер ваҡытта ла артист булырмын тип уйламай инем. Мәктәпте тамамлағас, тоттом да документтарымды Өфө сәнғәт институтының театр бүлегенә тапшырҙым. Атайым гастролдә ине, уға әйткән юҡ, кәңәшләшмәнем дә. Уҡырға инеү шарттары буйынса, буласаҡ артистар өсөн ижади имтихан бар: әҫәрләнеп Рәми Ғариповтың шиғырын уҡып ишеттерҙем, дуэт башҡарған булдым. Аҙаҡ исемлектә үҙемдең исем-фамилияны күргәс, бер аҙ ышанмайыраҡ торғаным бөгөнгәләй хәтеремдә. Атайымды гастролдән ҡайтыуға студент булып ҡаршыланым.

“Артист һөнәре еңел түгел, улым. Һайлағанһың икән, ғүмерең буйы сәхнәгә хыянат итмәҫлек булһын”,—тигән кәңәше һәр саҡ күңелемдә йөрөй. Аллаға шөкөр, 1991 йылда сәнғәт институтын тамамлап, Сибай театрына эшкә килгәйнем, һөнәремә, тамашасыларыма, театрыма, сәнғәтемә бер ваҡытта ла хыянат иткәнем булманы. Шуның менән бәхетлемен.

Сибай театрына эшкә килеүемә лә үҙемдең “еңмешлегем”, “үҙ һүҙлелегем” сәбәпсе булғандыр, тием. Ысынлап та, атайымдың танышлығы арҡаһында ғына ла Өфөнөң теләгән театрына эшкә бара ала инем, тик миңә ундай еңел юл кәрәкмәне. Үҙемде һынаумы, әллә башҡаларға күрһәтеү теләге көслө булдымы икән, хәҙер аныҡ ҡына әйтә лә алма-
йым, бәлки “атайыңдың арҡаһында” тигән һүҙҙе әйтеүселәргә “барыһын да үҙем булдыра алам” тигәнде күрһәтергә теләнемме, тоттом да Сибайға эшкә килдем. Был аҙымыма бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы.

Шаулы һәм ҙур Өфө ҡалаһынан һуң, Сибай нисектер үтә тыныс һәм бәләкәй булып күренде. Ул 1991 йылдың 17 авгусы ине, илдә “путч” барған көн ине. Сибай театрына беҙ курсташым Юнир Ғәйнуллин менән килдек, шул көндән алып 29 йылға яҡын бергә ижад итәбеҙ. Сибай театрының халыҡсан һәм “тәгәрмәсле” икәнлеген аңлап, белеп килдек. Артистар беҙҙе ҡыуанып та, шул уҡ ваҡытта бер аҙ һағайып та ҡаршы алды тиһәм дә була. Мине, артист Салауат Итбаевтың улы булараҡ, бер аҙ шикләнеп ҡабул итеүселәр ҙә булды. Икебеҙҙең дә йәш, матур, дәртле саҡ. Юнир өҙҙөрөп гармунда уйнай, бейей, мин йырла-йым, шиғырҙар һөйләргә әүәҫмен, төҫ-ҡиәфәттәребеҙ бер юлы унлаған ҡыҙҙы ғашиҡ иттерерлек. Шаяртмайым да, фәстермәйем дә, бер һүҙ менән әйткәндә, коллектив йылы ҡабул итте.

Мин шулай уҡ киноға төштөм әле, 2010 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының “Панорама” студияһы Баймаҡ районында “Минең ҡәҙерле кешем” (“Дорогой мой человек”) сериалының ҡайһы бер эпизодтарын төшөрҙө. Уның нигеҙендә Юрий Герман әҫәренән алынған, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан монгол ауылына килеп эләккән хәрби табиптың яҙмышы ята. Шунда миңә бик үҙенсәлекле бер роль башҡарырға тура килде. Геройҙың һүҙҙәрен ятла-йым, ә ул ни бары биш минутлыҡ ҡына эпизод булды. Кино сәнғәтенә лә бәләкәй генә булһа ла үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен.

Сәхнә тормошо тыштан ғына матур һәм ялтырауыҡлы күренә, ә уның эсендә төрлө хәлдәргә осрауың да мөмкин бит. Аллаға шөкөр йәрәктәге сәм, ижади ҡомар, үҙ-үҙемә талапсан һәм сәмле булыуым барыһын да еңеп сығырға ярҙам итте. Хәҙер сәнғәт минең йәшәү рәүешем генә түгел, йәшәү мәғәнәһенә лә әүерелде.

Ҡайһы саҡта уйлап алам: ниңә аҡсаһыҙ ваҡытта, артис-
тар һәм сәнғәт бер кемгә лә кәрәкмәгән 90-сы йылдарҙа бизнесҡа китмәгәнмен икән тип. Хәҙер асылыма хыянат итмәгәнемә, сәнғәтте ташламағаныма һөйөнәм. Ауырлыҡтарға сыҙап, уңышһыҙлыҡтарҙы үткәрә, түҙемле булыуыма шатланам. Артист һөнәренең төп үҙенсәлеге лә шундалыр ул, бер тапҡыр театр донъяһына килеп эләктеңме, һин ғүмерлеккә ошонда ҡалаһың. Сәхнәне бер ваҡытта ла ташлап булмай.

Үҙемдең гүзәлдәрҙән-гүзәл Гүзәлемде театрҙа осраттым һәм бер күреүҙә үк ғашиҡ булдым. Ул костюмер ине, әле гримм һалыусы булып эшләй. Тәүҙәрәк гастролдәргә лә бергә йөрөнөк, Алмас исемле ул үҫтерҙек. Әйткәндәй, Алмас бәләкәй саҡта спектаклдәрҙә лә уйнаны. Ҡатынымдың мине аңлай белеүе, һәр саҡ ярҙам итеүе, уң ҡулым булыуы ҡыуандыра. Һәр саҡ бергәбеҙ, эштә лә, өйҙә лә. Гүзәлемә икенсегә ғашиҡ булған кешемен мин.

Улыбыҙ Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын бик уңышлы тамамланы. Мәктәптән алып студент йылдарына тиклем һәр саҡ төрлө тамашаларҙы, концерттарҙы ике телдә лә бик матур алып барҙы. Әрме хеҙмәтендә булды, бөгөн эшләп йөрөй. Беҙҙе киленле итеп тә ҡыуандырҙы, киләсәктә ейән-ейәнсәр һөйөргә яҙыр, Алла бирһә”.

Яңыраҡ артистың Нәркәс исемле ейәнсәре тыуҙы. Һөйөп өлгөрмәне шул, Марс арабыҙҙан иртәрәк китте... Ул үҙенең сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдары менән күңелдәрҙә мәңге хәтерҙә ҡалыр өҙөлгән моңдары ғүмер буйы беҙҙе оҙата барыр. Артистың йәне йәннәттә булһын, тамашасыларға бүләк иткән ижады мәңге йәшәһен, йәшнәһен!

Кәримә Усманова.

 

Автор: