Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Сентябрь 2021, 10:00

Утта янмайҙар, һыуҙа батмайҙар

Хәйбулла районында Радий Фәрит улының ҡулынан Рәхмәт хаттары алыусылар араһында Сибай ҡалаһы, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан яҡташтарыбыҙ бик күп. Сибай ҡалаһының “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр-йәштәр клубы директоры Лена Мөхәмәтова төбәктә ут сығыуын белгәс тә сибайҙарҙы күршеләргә ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. Отряд ойоштороп, техника юллап, шундуҡ бер төркөмдө етәкләп ут һүндерергә сыҡты. Дауамы сайтта.

Утта янмайҙар, һыуҙа батмайҙар
Утта янмайҙар, һыуҙа батмайҙар

 Радий Хәбиров Хәйбулла районында эш әфәре менән булғанда  урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыусылар менән осрашып, уларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Башлыҡ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә урман янғындарын туҡтатыуҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе, киләһе йәйгә әҙерләнеү саралары тураһында яҙҙы.

"Урман янғындарын туҡтаттыҡ, әммә еңел тын алырға иртәрәк. Әле Белорет, Әбйәлил райондарында тыныс түгел, уттың сәбәбе, эҙемтәләре тураһында аналитика һәм һығымталар яһарға кәрәк, -- тип яҙҙы Радий Фәрит улы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

 --Хәйбулла районында урман янғындарын туҡтатыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт әйтәм. Барыбыҙ ҙа  ул мәлдәрҙә ысын тәбиғәт хәүефе алдында булдыҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан идаралығы, дәүләт комитеты, Урман хужалығы министрлығы алдына ҡуйған төп бурыс – утты тораҡ пункттарға яҡынлатмау булды. Был бурысты атҡарып сыҡтылар. Уттың киң таралыуына ла юл ҡуйманыҡ.

Урман янғындарына ҡаршы көрәштә үҙ һөнәренең оҫталарына тәүге көндән үк ирекмәндәр, урында йәшәүселәр ярҙам итте. Башҡа райондарҙан һәм төбәктәрҙән дә килделәр. Янғындарҙы һүндереүҙә йәмғеһе дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Халҡыбыҙҙың бүтәндәр проблемаларына битараф булмауын, ярҙамға килергә әҙерлеген иҫәптә тотоп, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында Йәштәрҙе уҡытыу һәм ирекмәндәр менән эшләү үҙәге ойошторҙоҡ.

Хәҙер беҙҙең бурыс -- быйылғы ауыр йәйҙән һабаҡ алып, киләһе янғын хәүефе миҙгеленә әҙерләнеү. Матди базаны нығытыу мөһимлеген күрәбеҙ. Ноябргә тиклем ошо йүнәлеш буйынса программа әҙерләйәсәкбеҙ. Көҙ республика өсөн һатып алған Ка-32 вертолеты һынау үтә башлаясаҡ. Ул иң ҡатмарлы шарттарҙа янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән.

Сараларҙың күплеге һәм алдан күҙаллап эшләү киләһе йәйгә дөрөҫ әҙерләнеү мөмкинлеген бирер тип ышанам. Иң мөһиме - кешеләр именлеге. Уртаҡ проблеманы бөтөрөүгә ҡушылған һәр кемгә тағы ла ҙур рәхмәт еткерәм".

Хәйбулла районында Радий Фәрит улының ҡулынан Рәхмәт хаттары алыусылар араһында Сибай ҡалаһы, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан яҡташтарыбыҙ бик күп.

Уларҙың һәр ҡайһыһын ихлас ҡотлайбыҙ! Гел шулай уяу, кеше ҡайғыһына битараф булмай, ғәм хәстәре менән янып йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Утта янмайҙар, һыуҙа батмайҙар
Утта янмайҙар, һыуҙа батмайҙар
Автор:Гульдар Кадаева