Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Август 2021, 12:00

Баймаҡ--"Изге эштәр муниципалитеты"

Баймаҡ районы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты "Изге эштәр муниципалитеты" республика конкурсында еңеү яуланы. Улар конкурсҡа ирекмәнлек эшмәкәрлегенә бәйле проект тәҡдим иткән. Бүләккә ноутбук, проектор, принтер, мультимедия колонкалары һәм башҡа компьютер техникаһы тапшырылды.

Баймаҡ--"Изге эштәр муниципалитеты"
Баймаҡ--"Изге эштәр муниципалитеты"

Йәштәр эштәре буйынса комитет ҡарамағында "Изгелек биләмәһе" ирекмәндәр үҙәге 2019 йылдан рәсми эшләй. Уның етәксеһе - Заһит Ғүмәров. Әле үҙәктә 113 ирекмән иҫәпләнә. Улар төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Кронавирус пандемияһы башланғандан алып бөгөнгәсә ирекмәндәр ярҙамға мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар тарата, ковидҡа ҡаршы үҙәктә эшләй. Йәштәр эштәре буйынса комитет конкурстар һәм грант программаларында ла әүҙем ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирешеүҙәре лә матди хәлдәрен яҡшырта.

Автор:Гульдар Кадаева