АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
6 Июль 2021, 17:00

Хеҙмәтенә күрә--хөрмәте

Республиканың баш ҡалаһында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнгән белгестәр йыйыны үтте. Унда республиканың ауыл-ҡалалары тарихын өйрәнеү, генеалогик тикшеренеүҙәр һәм тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһендә яңы формат булараҡ башҡорт ырыуҙары хәрәкәте, археологик ҡомартҡыларҙы тикшереү һәм популярлаштырыу, тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлегендә музей һәм китапханаларҙың үтәгән роле һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Форумда ғалимдар, тарихсылар, район ҡоролтайҙары ағзалары, музей һәм китапханалар хеҙмәткәрҙәре, район һәм республика журналистар ҡатнашты.Йыйында төбәктә крайҙы өйрәнеү хәрәкәтенә индергән тос өлөшө өсөн крайҙы өйрәнеүсе Ирек Бикмәтов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәтенә лайыҡ булды.

Республиканың баш ҡалаһында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнгән белгестәр йыйыны үтте. Унда республиканың ауыл-ҡалалары тарихын өйрәнеү, генеалогик тикшеренеүҙәр һәм тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһендә яңы формат булараҡ башҡорт ырыуҙары хәрәкәте, археологик ҡомартҡыларҙы тикшереү һәм популярлаштырыу, тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлегендә музей һәм китапханаларҙың үтәгән роле һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Форумда ғалимдар, тарихсылар, район ҡоролтайҙары ағзалары, музей һәм китапханалар хеҙмәткәрҙәре, район һәм республика журналистар ҡатнашты.
Йыйында төбәктә крайҙы өйрәнеү хәрәкәтенә индергән тос өлөшө өсөн крайҙы өйрәнеүсе Ирек Бикмәтов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәтенә лайыҡ булды. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, әүҙем йәмәғәтсе 8 китап авторы.
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Гульдар Кадаева