АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Июнь 2021, 13:00

Ижады күп яҡлы

Йәй – ялдар мәле, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа рәхәтләнеп ял итә, үҙе өсөн ваҡыт бүлә. Матурлыҡҡа, мәҙәниәткә битараф булмағандар өсөн шәп яңылыҡ – Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә Өфө рәссамы Вера Фролованың күргәҙмәһе эшләй башланы.

Йәй – ялдар мәле, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа рәхәтләнеп ял итә, үҙе өсөн ваҡыт бүлә. Матурлыҡҡа, мәҙәниәткә битараф булмағандар өсөн шәп яңылыҡ – Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә Өфө рәссамы Вера Фролованың күргәҙмәһе эшләй башланы.
Бөйөк Ватан һуғышы темаһын үҙ ижадында сағылдырмаған рәссамдар һирәк. Ҡалабыҙҙың һынлы сәгғәт мәктәбенең күргәҙмәләр залына үҙ эштәрен ҡуйған баш ҡала рәссамы Вера Фроловаға ла был тема яҡын. Бында шулай уҡ башҡорт фольклоры һәм донъя тарихына бәйле эштәр ҙә бихисап. Улар төрлө стилдә һәм төрлө күләмдә башҡарылған. Күргәҙмәнең Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан асылыуы айырыуса әһәмиәтле.
--Сибайҙарҙы әүҙем булырға һәм күргәҙмәне килеп күрергә саҡырабыҙ. Шул тиклем үҙенсәлекле ижад эйәһе эштәре килде. Рәссам төрлө жанрҙа йөҙөп йөрөп эшләй. Тәбиғәтте оҫта һүрәтләүе менән алдыра. Бөйөк Ватан һуғышы темаһы ижадында ҙур урын биләй. Портрет жанрында ла көслө. Ижадында башҡорт фольклоры, мифологик сюжеттарҙы ҡыҙыҡлы сағылдырған. Милли тема, балалар темаһы уға ят түгел. Натюрморттары уңышлы килеп сыҡҡан,--һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Сергей Николаев.
Хәҙер интернет селтәре аша донъя сәнғәтәнең теләгән әҫәрен табырға мөмкин. Әммә рәссамдарҙың һүрәттәрен күҙ менән ҡарау, монитор аша күҙәтеүҙән ҡырҡа айырыла. Матурлыҡ донъяһы менән осрашыу мөмкинлеге бар икән, уны ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Күргәҙмә көн һайын иртәнге 8-ҙән алып 17 сәғәткә ҡәҙәр эшләй. Һәр теләгән кеш күргәҙмәне бушлай инеп ҡарай ала.
Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.