АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Май 2021, 11:00

Алға, тик алға

Республикабыҙҙың бөтә төбәктәрендә лә һуңғы ҡыңғырау байрамдары гөрләп үтте. 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары төп һәм берҙәм дәүләт имтихандары тапшыра ла башланы. Мөһим һынауҙар алдынан сығарылыш класс уҡыусылары ғүмерҙәренең иң матур мәлдәре үткән мәктәп менән хушлашты.Ҡалабыҙҙың 1-се мәктәбенең 11-се класс уҡыусылары ҡыңғарыу байрамына ныҡлы әҙерләнгән. Мәктәптә яңғыраясаҡ һуңғы ҡыңғырауҙы улар 11 йыл көтөүгә ҡарамаҫтан, сарала моңһоулыҡ һиҙелде. Был көндө улар ихлас йөрәктән уҡытыусыларға, директорға, ата-әсәйҙәренә ихлас рәхмәттәрен белдерҙе. Өлкән апай-ағайҙарын оло тормошҡа оҙатырға 1-се класты тамамлаусылар ҙа килеп, әйтер һүҙҙәрен әйтеп ҡалды.

Республикабыҙҙың бөтә төбәктәрендә лә һуңғы ҡыңғырау байрамдары гөрләп үтте. 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары төп һәм берҙәм дәүләт имтихандары тапшыра ла башланы. Мөһим һынауҙар алдынан сығарылыш класс уҡыусылары ғүмерҙәренең иң матур мәлдәре үткән мәктәп менән хушлашты.
Ҡалабыҙҙың 1-се мәктәбенең 11-се класс уҡыусылары ҡыңғарыу байрамына ныҡлы әҙерләнгән. Мәктәптә яңғыраясаҡ һуңғы ҡыңғырауҙы улар 11 йыл көтөүгә ҡарамаҫтан, сарала моңһоулыҡ һиҙелде. Был көндө улар ихлас йөрәктән уҡытыусыларға, директорға, ата-әсәйҙәренә ихлас рәхмәттәрен белдерҙе. Өлкән апай-ағайҙарын оло тормошҡа оҙатырға 1-се класты тамамлаусылар ҙа килеп, әйтер һүҙҙәрен әйтеп ҡалды.
--Әлбиттә, бөгөн беҙгә күңелле, шулай ҙа бер аҙ моңһоу. Беҙ алдыбыҙға аныҡ маҡсаттар ҡуйып шуға ынтылдыҡ. Бик шатлыҡлы мәлдәр кисерәбеҙ, --тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ҡыҙҙар-егеттәр.
--Бөгөн ҡыуаныслы көн. Һәр нәмәнең аҙағы була һәм ул яңы башланғысҡа юл аса.
Мәктәпте тамамлауым менән сикһеҙ бәхетлемен.
--Тулҡынланлырғыс мәл. Кемдер ҡыуана, кемдер илай, күңелһеҙләнә. Ҡайһы берәүҙәребеҙҙең мәктәп тупһаһынан киткеһе килмәй. , класташтар, уҡытыусылар менән хушлашыуы ла бик ауыр.
--Класыбыҙ шул тиклем берҙәм. Бөтәһен дә ихтирам итәм, һағынам...
24 майҙа 9-сы уласс уҡыусылары төп дәүләт имтихандарын башланы. 31 майҙа иһә 11-се кластар беренсе Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Сығарылыш уҡыусыларының күбеһе киләсәктә ниндәй юғары уҡыу йортона уҡырға инәсәктәрен белә. Араларында һөнәр һайлауҙа һаман икеләнеүселәр ҙә юҡ түгел. Әммә йәштәрҙең девизы бер: алға һәм тик алға.
Сығарылыш класс уҡыусылары ғына түгел, уҡытыусылар ҙа һағышлы мәлдәр кисерә. Улар ҡошсоҡтарын оло тормошҡа оҙата. Улар хәреф танырға, яҙырға өйрәткән ҡыҙҙар-малайҙар бөгөн ҙур үҫкән. Һәр педагог уларҙың үҫешенә тос өлөш индереүе менән бәхетле.
Ҡыҙыл таҫма таҡҡан ҡыҙҙар-егеттәргә ата-әсәләре лә һоҡланып ҡарап ултырҙы. Ояһынан осоп сығырға торған ҡошсоҡтарына улар ҙа тик уңыштар теләне. Бәләкәстәренең оло тормошта ысын кеше булырына һәр кем ныҡлы ышана.
--Балаларыбыҙҙың ҙур үҫеүен күреү үҙе бәхет. Аҡыллы, бөхтә, матур ул, ҡыҙҙар үҫтереүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Алда беҙҙе берҙәм дәүләт имтихандары, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инең мәшәҡәттәре көтә. Уҡытыусыларға, директорға ҙур рәхмтәлебеҙ, тине ата-әсәләр сарала.--Әлбиттә тулҡынландырғыс мәл. Ҡыҙҙар-егеттәргә юҡ юл теләйем. Хыялдарын ысын итһендәр, тырышһындар, уҡыһындар.
Ошоноң менән 11 йылға һуҙылған ҡыңғыраулы мәктәп йылдары тамам. Йәштәрҙең ҡулында көслө ҡорал—белем бар. Шул белемде даими арттырһалар, дөрөҫ ҡулланһалар улар тормошта бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаясаҡ.
Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән